“Мәләүез таңдары” республиканың көньяғында ойошторолған иң тәүге әҙәби берекмәләрҙең береһе, ул 50 йыл элек 1967 йылдың ноябрендә булдырыла. Уның беренсе етәксеһе - билдәле сатирик, журналист Сулпан Иманғолов.
2001 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан союзы ағзаһы, дүрт шиғри йыйынтыҡ авторы, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты Мәрйәм Күсмәева етәкләй. Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы ойошма үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
- Был ойошмаға районда ижад иткән яҙыусылар, шағирҙар инде. Сулпан Иманғолов, Фәтхулла Комиссаров, Ғәли Ильясов, Хөснулла Түләкәев, Әнисә Таһирова, Шәүрә Зөлҡәрнәева, Зиннәт Ғәлимов ошо берекмәне ойоштороп ебәрә, беҙ уларға шул тиклем рәхмәтлебеҙ. Шул көндән бирле ойошма йәшәй, ҡанаттарын нығыта. Мин был ойошмаға оҙон ғүмер һәм йәштәр килеүен теләйем! Һуңғы йылдарҙа ижад эшендә, йәштәр кәмеүе ныҡ күҙгә ташлана,- тине берекмә етәксеһе Мәрйәм Күсмәева.
Ярты быуат эсендә “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе бик күп таланттар аса, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә ярҙам итә. Ҡайһы берҙәре билдәле шағир, яҙыусы булып китә, китап, шиғри йыйынтыҡтар сығарыуға өлгәшә. Әҙәби берекмәнең иң әүҙем ағзалары Фәүзиә Йәнтилина, Рәсимә Дәүләтбаева, Хәҙисә Юдаева, Хәлиҙә Шәйәхмәтова, Наилә Әйүпова. Тап улар ойошма эше менән янып, көйөп йәшәй.
- Мәләүез таңдары” - беҙҙең өсөн йәшәү мәғәнәһе, - ти шағирәләр.
Әҙәби берекмәнең ағзалары юбилейҙарына Альманах сығарған. Унда урындағы яҙыусыларҙың шиғырҙары, хикәйәләре һәм әкиәттәре ингән.
Әһәмиәтле дата айҡанлы иң әүҙем ағзалар Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Сарала тамашасылар ҙа күп булды, ҡатнашыусыларҙың да кәйефтәре шәп ине. 4-се мәктәп уҡыусылары, “Мәләүез таңдарының” шиғырҙарын һөйләне. Сара концерт программаһы менән тамамланды.
Һүрәттә: Юнир Аҙнағолов Мәрйәм Күсмәеваны бүләкләй.