Көнгәк
+26 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Декабря 2017, 11:38

Күп функциялы клуб күп мөмкинселектәргә юл аса

Корнеевка ауылында күп функциялы клуб асыу тантанаһы үтте. Ауыл халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға хөрмәтле ҡунаҡтар Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов та байрамда ҡатнашты.

Клубты асыуға “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй” партияһы 2 миллион һум, район Хакимиәтенән 3 миллион һум аҡса бүленгән.
Яңы мәҙәниәт йорто 2348 квадрат метр майҙанды биләй. Унда китапхана, фольклор, түңәрәктәр, интеллектты үҫтереү бүлмәләре, күргәҙмә, хореография, спорт, тренажер залдары, балалар өсөн майҙансыҡтар урын алған.
Корнеевка ауыл халҡы сәләмәт тормош яҡлы. Балалар ғына түгел, оло йәштәгеләр ҙә спорт ярата. Ошондай күп функциялы мәҙәниәт йортоноң асылыуы уларға төрлө йүнәлештә шөғөлләнергә мөмкинселек биреү менән бергә тағы нығыраҡ көс-дәрт биреп, ауыл киләсәгенең үҫешенә йоғонто яһар тип ышанабыҙ.
Һүрәттә: Корнеевка күп функциялы клуб асыу хоҡуғы Шамил Абдраҡов, Зариф Байғусҡаров, Рөстәм Шәмсетдинов һәм Илдус Хәлитовҡа бирелде.

Автор фотоһы.
Читайте нас