Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Декабря 2017, 12:15

Осрашыу тәьҫораты күңел түренән урын алды

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында билдәле тарихсы, әҙәбиәтсе, шағир һәм журналист Фәнил Күзбәковтың күркәм юбилейы айҡанлы фәһемле сара үтте. Иҫтәлекле ваҡиғаның уртаһында, әлбиттә, күренекле яҡташыбыҙ үҙе булды.

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында билдәле тарихсы, әҙәбиәтсе, шағир һәм журналист Фәнил Күзбәковтың күркәм юбилейы айҡанлы фәһемле сара үтте. Иҫтәлекле ваҡиғаның уртаһында, әлбиттә, күренекле яҡташыбыҙ үҙе булды.
Фәнил Тимерйән улы менән осрашыу кисәһен гимназия директоры Ләлә Рафиҡова асты һәм уҡыусыларҙы юбилярҙың башҡорт әҙәбиәте, журналистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
Яҡташыбыҙ үҙенең юбилейын, ысын мәғәнәһендә, юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршы ала. Күңел биреп шөғөлләнгән фәнни эшмәкәрлеге лә ваҡытында үҙ емештәрен бирҙе. Фәнил Күзбәковтың филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәләре бар. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй дөйөм мәғарифы хеҙмәткәре маҡтаулы исемдәрен яулаған. Журналистикалағы һөҙөмтәле эше өсөн райондың Фәтҡулла Комиссаров һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премиялары лауреаты.
Фәнил Тимерйән улы Әбет ауылынан. Екатеринбургтағы Урал дәүләт университетын тамамлағас, 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетында, 1994-1996 йылдарҙа бер үк ваҡытта Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләй. 2005 йылда Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры дилбегәһен тарта. Һуңғы йылдарҙа "Ағиҙел" журналында поэзия һәм әҙәби тәнҡит бүлеген етәкләй.
Күренекле яҡташыбыҙҙы юбилейы менән район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова ҡотланы. Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова, "Мәләүез таңдары" әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәева, ижадташ дуҫтары Хәлиҙә Шәйәхмәтова, Сәлмән Яҡупов, Рәзилә Ҡотлогилдина, Нәзимә Исхаҡова, "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Асия Латипова һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сығыш яһаны.
Улар яҙыусы, шағир һәм журналист тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның талантына, ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ, ихтирамлылыҡ кеүек кешелек сифаттарына һоҡланыуҙарын белдерҙе.
Уҡыусылар Фәнил Тимерйән улының ғаиләһе, атай-әсәһе, журналисҡа һәм яҙыусыға хас сифаттар һәм башҡалар тураһында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Юлиә Ҡаҙбулатова, директор урынбаҫары.
Һүрәттә: Гимназистар күренекле яҡташтары менән ғорурлана.
Автор фотоһы.
Читайте нас