Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Декабря 2017, 11:48

Себеште көҙ һанайҙар

Халҡыбыҙҙа шундай әйтем бар. Күппрофилле һөнәрселек колледжы ла уңыштарын көҙ аҙағында йәки ҡыш башындабарлауҙы изге йолаға әйләндергән.

Халҡыбыҙҙа шундай әйтем бар. Күп профилле һөнәрселек колледжы ла уңыштарын көҙ аҙағында йәки ҡыш башында барлауҙы изге йолаға әйләндергән. Юғары ҡаҙаныштарҙы йомғаҡлау сараһы быйыл да студенттар өсөн иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде.
Мәғлүм булыуынса, һөнәри белем биреү учреждениеһы элек-электән республиканың көньяғында абруйлы уҡыу йорттарының береһе һаналды. Үҙенең эшләү дәүерендә иҡтисадтың төрлө өлкәләренә 13898 белгес әҙерләне. Быйыл унда Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура, Федоровка райондарынан, Ырымбур өлкәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән 1337 студент уҡый, шуның 668-е-көндөҙгө бүлектә. Маяҡ һәм Мораҡ филиалдарында 383 кеше белем ала.
2017-2018 уҡыу йылында Анастасия Трофимова Республика Башлығы стипендияһына лайыҡ булды. Ирек Абдуллин, Антон Ломакин, Сергей Гусев, Данил Ниғмәтуллин, Максим Лемеховтар - Рәсәй Хөкүмәте стипендиаттары. Еңеүселәр парадында уҡыу алдынғылары менән бер рәттән ижади һәләтле, спортсы, әүҙем тормош позициялы студенттар ҙа колледж директоры Рита Сәмиғуллина һәм уның урынбаҫарҙары ҡулынан Маҡтау грамоталары алды.
Илнур Рәхмәтуллин, Евгений Киселев, Сергей Гусев, Любовь Варнавская, Диана Вәлитова, Ынйы Ғәббәсова, Гүзәлиә Мәҡсүтова, Анастасия Ланюгова, Ирек Абдуллин кеүек ҡайһы бер студенттар сәхнәгә өс-дүрт тапҡыр күтәрелде. Дөйөм алғанда, студенттар 5 номинацияла, атап әйткәндә, уҡыу, олимпиада, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу, спорттағы ҡаҙаныштар, ижади эшмәкәрлек һәм практика һөҙөмтәләре буйынса бүләкләнде.
Шәкәр заводы кадрҙар бүлеге начальнигы Рәмилә Ҡолошева предприятиеларҙа практика ваҡытында үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән студенттарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ғөмүмән, был көндә уҡыусыларға ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре күп яңғыраны. Уларҙы уҡыу йортоноң ғорурлығы, райондың, республиканың, илдең киләсәге тип атанылар. Тиҫтерҙәренең уҡыу йылы барышында өлгәшкән уңыштары менән ҡотлап, колледждың үҙешмәкәр артистары йыр-бейеү бүләк итте.
Һүрәттә: Колледж директоры Рита Сәмиғуллина Рәсәй Хөкүмәте стипендиаты Сергей Гусевҡа Маҡтау грамотаһы тапшыра.
Автор фотоһы.
Читайте нас