Лайыҡлы йәш белгестәр алмашҡа килә
Үткән аҙнала үҙәк балалар ижады һарайының тамаша залы Мәләүез дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре менән тулды. Бында йәш врач һәм медсестралар һөнәрмәндәр сафына ҡабул ителде.
Бөгөн дауахана йәш врачтарҙы ихлас ҡаршылай. Кадрҙар буйынса проблемалар хәл ителә, быйыл Мәләүезгә 17 табип - участка терапевтары һәм педиатрҙар, хирургтар, акушер-гинеколог, стоматолог, травматолог-ортопед, дерматовенеролог - һәм 28 медсестра эшкә килде.
Сәхнәгә саҡырылған йәштәр, тантаналы ант бирҙе. Үҙ өҫтөнә алған яуаплылыҡты, кешеләрҙе хөрмәт итеп, һайлаған һөнәренә тоғро булыуҙарына ышанабыҙ.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин, уның урынбаҫары Роза Солтангирова, профком рәйесе Шәүрә Әбдрәшитова һәм өлкән медсестра Татьяна Бедачева сығыштарында яһанылар.
Һаулыҡ һағына басыуҙары менән һайлап, ҙур яуаплылыҡ йөкмәтеүенә баҫым итеү был мөһим хеҙмәт. Ниндәй коллективҡа эләгеүҙәре, ярҙам итерҙәр микән тип борсолғандарҙыр моғайын.
- Әлбиттә, ҡайғырыуҙар ҙа күп булды, нисек эшләрбеҙ икән, ниндәй кешеләр осрар икән тип уйландыҡ, әммә бөгөн, мин бик шатмын Мәләүездә эшләгәнемә, сөнки коллектив яҡшы, өйрәтәләр, ярҙам ҡулын һуҙалар йәштәргә. Беренсе айҙарҙа эшләүе ҡыйыныраҡ былһала, хәҙер өйрәндек, остазларға рәхмәт, - тине йәш терапевт Тимур Йәнбәков.
Киләсәктә йәштәрҙең лайыҡлы алмаш булыуҙарына - барыһы ла ышаныс белдерҙе.
Белгестәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Байрам күңелле концерт менән тамамланды.
Һүрәттә: Роберт Марҙанов паталого-анатомик бүлегенең медицина лаборатория технигы, Лиана Бикәнәева участка врач терапевы, Тимур Йәнбәков терапевт.