Байрам осоронда йәше, ҡарты сағыу тамаша ярата. Ошоға бәйле пиротехника изделиеларын ҡулланыу, һатыу һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә, сөнки яуапһыҙлыҡ янғын сығыу һәм бәхетһеҙ осраҡтарға килтереүе ихтимал.
Район хакимиәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары сауҙа нөктәләренә рейд менән сыҡты. Сара сиктәрендә пиротехника изделиеларын һатыуға сертификат, лицензия, янғын һүндергес һәм янғынға ҡаршы һаҡлау системаһы барлығы тикшерелде. Шулай уҡ янғын күҙәтеү хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефһеҙлеге саралары буйынса әңгәмә үткәрҙе, ашығыс хеҙмәт телефондарын иҫкә төшөрҙө.
Муниципаль контроль һәм хәүефһеҙлек бүлеге етәксеһе Илмир Заһиҙуллин, әйҙәүсе иҡтисадсы Йәдкәр Шәрәфетдинов, янғын күҙәтеү хеҙмәткәре өлкән лейтенант Елена Дегтярова, участковый Вадим Ялчин, “Йәш гвардия” һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары ҡатнашты. Дөйөм алғанда, сауҙа нөктәләрендә хоҡуҡ боҙоуҙар күҙәтелмәне.
Һүрәттә: «Урал салюты” интернет-магазины директоры Петр Устинов комиссия ағзаларына пиротехника изделиеларының сифаты тураһында һөйләй.
Петр Устинов, «Урал салюты” интернет-магазины директоры:
Беҙ сауҙа баҙарында ун йылдан артыҡ эшләйбеҙ. Быға тиклем пиротехника изделиелары буйынса бер ниндәй ҙә проблема булманы. Үҙебеҙҙең репутацияны һаҡларға тырышабыҙ. Халыҡ хәүефһеҙлеге беҙҙең өсөн мөһим. Әлеге ваҡытта һатыуҙа салют, петарда, бенгаль уттары, ракета, шәмдәр һәм шартлатҡыстар бар. Йыл әйләнәһенә эшләйбеҙ. Паспорт күрһәтеүҙе талап итеп, 16 йәштән өлкән ҡулланыусыларға ғына һатабыҙ.