Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
29 Декабря 2017, 12:48

Уй-теләкте, һәр бер атҡан таңды хәйерлегә генә юрайыҡ!

Быйыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк Хөкүмәте ултырышында белдерҙе.

Билдәле булыуынса, бөгөн республикала ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй. Уларға ярҙам итеү маҡсатынан республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 10 миллиард һумға яҡын аҡса бүленә. Был йәһәттән республика тәжрибәһе федераль кимәлдә танылыу яулаған.
Беҙҙең район-ҡалала 18 йәшкә тиклем 18371 бала иҫәпләнә. 849 күп балалы ғаилә йәшәй. Уларҙа 2846 бала тәрбиәләнә. Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамын арттырыу йәһәтенән Рәсәй Президенты “Балалыҡтың 10 йыллығы”н иғлан итте. Уның сиктәрендә ғаилә институтын үҫтереү буйынса етди эштәр алып барыу күҙаллана.
Район-ҡалала ла был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Яңы йыл алдынан район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновтың 14 ғаиләгә “Башҡортостан Республикаһында төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, бала тыуғас социаль түләү биреү тураһында таныҡлыҡ тапшырыуы ла - шуға асыҡ дәлил. Бәхетле ғаиләләрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, район етәксеһе республикала ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу буйынса алып барылған эштәргә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, Яңы йыл тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтереүен теләне.
Һүрәттә: Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Эльвира һәм Илгиз Сәғитовтарҙың ғаиләһенә сертификат тапшырҙы.
Автор фотоһы.
Читайте нас