- Рөстәм Наил улы, район 2017 йылды иҡтисадтың бөтә өлкәһендә лә яҡшы етештереү күрһәткестәре менән тамамлай. Уңыштар нимәлә?
- 2016 йыл йомғағы буйынса ҡала административ үҙәге булған муниципаль райондар төркөмөндә урындағы үҙидара органы эшмәкәрлеге буйынса республикала өсөнсө урын биләнек. Төҙөлөш индустрияһы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары - тимер-бетон ҡоролмалары, минераль ашламалар, шәкәр һәм кирбес заводтары, һөт консерва комбинаты, һыра заводы - тотороҡло эшләне.
Агросәнәғәт комплексында уңыштарға ирештек. Тармаҡ хужалығы эшсәндәре 180 мең тонна иген йыйыуға өлгәште. Уртаса гектар ҡеүәте 31 центнер тәшкил итте. Малсылыҡ һәм игенселектәге юғары күрһәткестәр өсөн район аграрийҙары БР Хөкүмәте дипломы менән бүләкләнде. Агросәнәғәт комплексында 90 бәләкәй һәм урта предприятие тотороҡло эшләй. Ауыл инфраструктураһын үҫтереү - төп маҡсатыбыҙ. Мәктәп, клуб, балалар баҡсалары ремонтлана. Дарьино, Иштуған ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункты, Корнеевка, Яңы Казанковка, Бәләкәй Моҡас, Воскресенский, Александровка, Түләк, Дарьино, Нөгөш ауылдарында юл ремонтланды.
“Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль программаһы сиктәрендә 38 ғаилә 30 миллион һумға торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Киләсәктә Самойловка ауылын комплекслы үҫтереү буйынса федераль программаға индереү өсөн проект әҙерләнә. Ергән ауыл биләмәһе ауыл биләмәһен үҫтереү проекты “Алтын көҙ- 2017” күргәҙмәһендә ҡатнашып, Диплом һәм Алтын миҙал алды.
- Мәләүездәрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн нимәләр эшләнә?
- Төҙөкләндереү, ремонт, юлдар торошо, торлаҡ-коммуналь тармағы - көндәлек мәсьәләләр. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа район-ҡала халҡы әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” һәм “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программалары сиктәрендә район-ҡала буйынса ҙур эштәр атҡарылды. 8 проект конкурс һынауын уңышлы үтте, улар урындағы мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә йүнәлтелгән. Мәләүез йылғаһы ярын төҙөкләндереү 2,7 миллион һумға төштө. “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһына старт бирелде, 24 ихата төҙөкләндерелде, шуларҙың 11-дә балалар һәм спорт майҙансыҡтары сафҡа тапшырылды. Программаны тормошҡа ашырыуға 29 миллион һум федераль, 6 миллионы республика бюджетынан бүленде. 2018 йылда ла ул дауам итәсәк: ҡалала 40, ауыл ерендә 5 ихата төҙөкләндереләсәк. Гагарин паркын йәшелләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Бында йүгереү һәм йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ, футбол, баскетбол майҙаны, балалар уйын майҙансығы, спорт тренажерҙары, халыҡтың әүҙем ялы өсөн шарттар булдырылды. Беҙҙә инициатива менән сыҡҡан һәр кемдең тәҡдиме ҡарала.
- Районда һуңғы йылдарҙа мәҙәниәтте күтәреү йүнәлешендә ниндәй эштәр башҡарылды?
- 2017 йылда 10 мәҙәниәт усағы, ҡала музейы, Ергән ауыл музыка һәм ҡала сәнғәт мәктәбе, Корнеевка ауыл клубы ремонтланды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы ауыл клубы” проекты сиктәрендә мәҙәниәт усаҡтарын матди техник яҡтан байытыуға 2 миллион һум аҡса бүленде, 3 миллионы - урындағы бюджеттан. Ҡала мәҙәниәт йортонда 70 урынлыҡ кинозал сафҡа тапшырылды, эшлекле һөйләшеү уҙғарыуға тәғәйенләнгән заманса конференциялар залы асылды. Физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә проекттар тормошҡа ашырылды. “Химик”, 4-се мәктәптең хоккей ҡумтаһына универсаль ҡатлам түшәлде, спортсыларҙы ярыштарға йөрөтөү өсөн автобус һатып алынды, “Толпар” ат спорты комплексы яңы ҡоролмалар менән байытылды. Был эштәр артабан да дауам итәсәк. Спорт һарайы ремонт эштәре уҙғандан һуң тәрбиәләнеүселәр өсөн ишеген асты.
- Шулай ҙа йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, ҡыҫҡаһы торлаҡ- коммуналь тармаҡ мәсьәләләре көнүҙәклеген юғалтмай?
- Беҙҙең төп маҡсат - тармаҡта аварияларға юл ҡуймау. Бөгөн эшләгән ҡорамалдарҙы үҙгәртеп ҡороу, алмаштырыу буйынса эш дауам итә. Бөгөнгә 3 яңы ҡаҙанлыҡ блогы төҙөү проекты әҙерләнә. “Башҡортостан Республикаһы төбәк операторы” фонды иҫәбенә 20 күп фатирлы йортта, шул иҫәптән 2-һе ауыл ерендә, капиталь ремонт эшләнде. 6 йортта 9 лифт алмаштырылды. Ҡалала 2016 йылда светофорҙарҙы алмаштырыу буйынса башланған эш дауам итә. Яңыраҡ 4 светофор объекты ремонтланды, шул иҫәптән берәүһе яңы. Һуңғы биш йылда йәшәүгә яраҡһыҙ йорттарҙа йәшәгән 214 ғаилә яңы фатир алды. Киләһе йыл Нөгөш, Ҡыҙрай, Самаро- Ивановка ауылдарында авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән 34 ғаилә яңы фатирға күсәсәк тип күҙаллана. Район-ҡалала юл ремонтлауға 169 миллион һум аҡса сарыф ителде, ул дауам итәсәк. Йәтим балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү дауам итә, 2016 йылда ошо категорияға ингән 11 ғаилә фатирлы булды. Киләсәктә тағы 11 фатир һатып алыуға аҡса бүленгән, бөгөн был йортта төҙөлөш эштәре алып барыла һәм 2018 йылда тамамлансаҡ.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һалымды тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерә. 19 эшҡыуар 5 миллион 305 мең һумлыҡ финанс ярҙамы алды.
- Мәләүез район-ҡала халҡына ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Район халҡы исеменән социаль-иҡтисади үҫешкә күрһәткән ярҙамы өсөн БР Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, Республика Хөкүмәтенә, бөтә кимәлдәге депутаттар корпусына, республика министрлығы һәм ведомство етәкселәренә рәхмәтемде белдерәм. Предприятие, учреждение, хеҙмәт коллективтары, йәштәр һәм ветерандар ойошмалары, ҡыҫҡаһы, үҙ хеҙмәте менән йәмғиәт үҫешенә өлөш индергән һәр кем рәхмәткә лайыҡ.
Район мәғлүмәт-аналитика бүлеге.