Көнгәк
+14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2017, 07:39

Яңы йыл шатлыҡтарҙан ғына торһон!

Йыл һайын күп балалығаиләләрҙәге, йәтим, опекалағы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөнрайон Хакимиәте башлығы шыршы байрамдары үтә.

Йыл һайын күп балалы ғаиләләрҙәге, йәтим, опекалағы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн район Хакимиәте башлығы шыршы байрамдары үтә. Ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре быйыл да Яңы йыл тамашаһы сағыу, күңелле булһын өсөн ҙур көс һалған. “Карлсондың яҡты хыялдары” исемле фантасмагорияны сәхнәләштергән улар.
Шыршы байрамына килгән балаларҙы, уларҙың атай-әсәйҙәрен, олатай-өләсәйҙәрен Яңы йыл менән ҡотлап, район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков йылдың тыныс, ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булыуын, хыялдарҙың тормошҡа ашыуын теләне.
Әкиәт геройҙары тамашаның башынан аҙағына тиклем кескәйҙәргә байрам кәйефен бирҙе. Аҙаҡтан улар конференц-холдағы матур итеп биҙәлгән шыршы янына ашыҡты. Унда балаларҙы төрлө конкурстар, уйындар, йыр-бейеү һәм, әлбиттә, Яңы йыл бүләктәре көтә ине.
Байрамға килгәндәрҙең бөтәһе лә йылы тәьҫораттар алып, күтәренке кәйефтә таралды. Ошо ҡыуаныслы хис-тойғо уларҙы йыл буйы оҙатып йөрөһөн ине.
Һүрәттә: Карлсон һәм башҡа әкиәт персонаждары балаларға бик оҡшаны.
Автор фотоһы.
Читайте нас