Башҡортостанда төп ветеринария лабораторияһы баш ҡалала урынлашҡан, республика буйынса уның алты филиалы эшләй. Мәләүездәге ветеринария лабораторияһы биш районды хеҙмәтләндерә: Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Ейәнсура. Уҙған йыл күләмле эш башҡарылған – бында 473 841 мең тикшереү үткәрелгән. Был бик яуаплы эш, тикшереү һөҙөмтәһенә күп нәмә бәйләнгән.
Ветеринарҙарға ла талап юғары, етди ҡараш, теүәллек мотлаҡ. Лабораторияла ун ике кеше эшләй, коллектив ҙур түгел, бер-береһен яҡшы беләләр, һәр саҡ ярҙамға әҙерҙәр. Бында, ысынлап та, үҙ эшен яратҡан һөнәрмәндәр эшләй. Эдуард Мортазин 2000 йылда хеҙмәт юлын башлай. Ете йыл врач-бактериолог, 2007 йылдан врач һәм лаборатория начальнигы булып эшләй. Үҙе билдәләүенсә, был осорҙа төрлө ҡатмарлылыҡтарға ҡарамай, эшен намыҫ менән башҡара, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә һалҡын ҡанлылыҡ, һөнәри оҫталығы булышлыҡ итә. Күп ваҡыт оҙаҡ уйланырға ваҡыт юҡ, килтерелгән материалдарға ашығыс анализ үткәрергә, сирҙе асыҡларға кәрәк.
2017 йылда Эдуард Миҙхәт улы, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” миҙалына һәм “Иң яҡшы врач-бактериолог” Дипломына лайыҡ була.
“Киләсәктә, шулай уҡ тырышып эшләргә, ваҡытында диагностика үткәреп, ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймаҫҡа – беҙҙең маҡсат. Коллектив татыу, белемле белгестәр эшләй, шуға күрә бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға алырбыҙ, тип ышанам”, - ти лаборатория начальнигы. Етәксе булараҡ ул барыһына ла иғтибарлы һәм ихтирамлы.
Эдуард Миҙхәт улы ауылда йәшәй, тормош иптәше менән татыу ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтерәләр. Үҙе ул, иң мөһиме, һаулыҡ, ғаилә именлеге тип иҫәпләй, ә кесе дуҫтарыбыҙ беҙгә шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына бүләк итһен өсөн, уларҙың сәләмәтлеген даими тикшереп торорға кәңәш бирә.
Һүрәттә: Ветеринария лабораторияһы начальнигы Эдуард Мортазин - эш урынында.