Смаҡ ауылында йәшәгән Динис Бүләков исемендәге 10-сы класс уҡыусыһы Айтуған Таштимеров икенсе ул булып тыуа. Ата-әсәһенә ул ҙур ярҙамсы. Туғандарын да ҡараша, дәрестәрен эшләп, мал ҡарашып та өлгөрә, олатай-өләсәһенә лә ярҙам итергә тырыша, йәйгеһен бесән эшләшә. Бөтә яҡтан да өлгөрә егәрле егет.
Айтуған бөгөнгә байтаҡ Диплом һәм Маҡтау грамоталары яулаған. Төрлө конкурстарҙа, фестивалдарҙә, республика һәм бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнаша.
Айтуғандың ағаһы, һеңлеһе һәм ҡустыһы бар, туғандарына ул ҙур өлгө.
Яңы йылда имтихандарға үҙ аллы әҙерләнергә һәм исемлектәге китаптарҙы йыл эсендә уҡып сығырға планлаштыра. Бынан тыш ул классик музыка тыңларға ярата һәм иҫ киткес һүрәттәр төшөрә. Айтуғандың оҫта ҡуллы икәнен барыһы ла белә. Бына мәктәптең фойеһында эленеп торған Динис Бүләковтың портретын шул тиклем һәр бер һыҙығын дөрөҫ, матур итеп төшөргән. Һүрәттәре менән Маҡтау грамоталар менән баһаланған.
“Мәктәпте тамамлағас, мин баш ҡалаға уҡырға барырға планлаштырам, сөнки мин Өфөнө яратам һәм минең өсөн был иң матур төбәк. Әлегә уҡыу йортон һәм факультетты һайламаным, уйлайым.
Минең ҙур хыялым бар, киләсәктә, Алла бирһә, төрлө илдәргә сәйәхәт итергә”.
10-сы класта уҡыған Айтуған, үҙенең матур фекерҙәре, аҡылы менән, әлбиттә, һоҡландыра. Башҡорт теленең киләсәге өсөн дә бик бошона егет, телде һаҡлау тураһында күп уйлана. Киләсәктә Айтуғандың бар хыялдары тормошҡа ашырына бик ышанабыҙ һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Һүрәттә: Динис Бүләков исемендәге, Смаҡ мәктәбе уҡыусыһы Айтуған Таштимеров.