Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Января 2018, 09:09

Йорто ырыҫлы, эше ырамлы

Исламғоловтар ғаиләһе уңғанлыҡ, тырышлыҡ менән бәхеткә юл яра 2009 йылда Юныс һәм Юлия Исламғоловтар ғаилә усағын тоҡандыра.

Исламғоловтар ғаиләһе уңғанлыҡ, тырышлыҡ менән бәхеткә юл яра
2009 йылда Юныс һәм Юлия Исламғоловтар ғаилә усағын тоҡандыра. Тәүге көндән тормош маҡсатын билдәләп, бер төптән донъя көтә йәш ғаилә. Егәрленең ете ҡулы, тиҙәр бит: Ташлыкүл ауылында өй һалып, һарай төҙөп, малсылыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар, шулай уҡ эштә лә һынатмайҙар.
Юныс Исламғолов “Мәләүез минераль ашламалар” йәмғиәтендә ҡотҡарыусы булып күп йылдар хеҙмәт итә, уның эше бик яуаплы һәм иғтибар, теүәллек талап итә. Тормош иптәше Юлиә ғаиләһен тәмле аштар менән һыйларға ярата, ҡул эштәренә лә оҫта, йорт-ҡураһын һәр саҡ тәртиптә тота.
- Атай-әсәйҙәргә рәхмәтлебеҙ. Улар һәр саҡ ярҙамға әҙер. Үҙебеҙҙең “КамАЗ” машинаһы, трактор булыуы эште күпкә еңеләйтә.. Киләсәктә эш даирәһен киңәйтергә, үҫешергә планлаштырабыҙ, сөнки хәҙерге ваҡытта мал-тыуарһыҙ йәшәүе бик ҡыйын, тип уйлайым. Ауылда йәшәгәс, мал, әлбиттә, кәрәк, тәбиғи файҙалы ризыҡ менән билдәһеҙ һатып алынғаны бер түгел, тырыш ҡына. Иң мөһиме, тормош иптәшем, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ һаулығы. Балалар ҙа күреп үҫәләр, эшкә өйрәнәләр, - ти Юныс Юнир улы.
Татыу ғаилә ике бала үҫтерә. Камилә өсөнсө класта тырышып уҡый, балалар ижад һарайына бейергә йөрөй, башҡорт бейеүҙәрен дә матур бейей. Икенсе ҡыҙҙары Әминә балалар баҡсаһында, шулай уҡ ижад итергә ярата. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙ бурыстары бар, мал яраталар, ике эт тәрбиәләйҙәр, Яңы йылға өсөнсөһөн дә алдырғандар. “Хәҙер инде сиратта - ҡуян”, - тиҙәр ҡыҙҙар.
Йәштәр ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, сөнки улар үҙҙәренең киләсәген уйлай, балалары өсөн тырыша!
Исламғоловтар Яңы йылды ғаилә менән бергә ҡаршы ала. Каникулды бик ҡыҙыҡлы үткәрә, ҡала шыршыһына йыш йөрөйҙәр.
Исламғоловтар ғаиләһе балалары өсөн генә түгел, башҡа йәштәр өсөн дә өлгө. Уңғандар ғаиләһенә яңы йыл да, һис шикһеҙ, уңыштар һәм бәхет кенә алып килер, юҡҡамы ни быйыл Башҡортостан Башлығы йылды Ғаилә йылы тип нарыҡланы.
Һүрәттә: татыу Исламғоловтар ғаиләһе.
Читайте нас