Райхана Хафизова һәм Фәнил Яманаев Ермолаево ҡасабаһында үткән "Минең йырым" башҡорт һәм татар йыры телевизион конкурсында ҡатнашып, юғары һөҙөмтә менән ҡайтты. Атап әйткәндә, Фәнил Сафуан улы "40-тан 60 йәшкә тиклемге башҡарыусылар" номинацияһында икенсе урын яуланы, ә Райхана Марат ҡыҙы ошо уҡ төркөмдә Гран-приға лайыҡ булды.