Мин, мәҫәлән, “рәхмәт” һүҙе ишеткән һайын күңелем тылсымға тула, үҙ-үҙемә ышанысым арта. Нисә быуаттар буйы дауам иткән ошо ябай, әммә илаһи көскә һүҙҙең булыуына шатланам. Был һүҙҙе ишетеү генә түгел, әйтеү ҙә кәрәк, шулаймы?! Үҙ сиратында беҙҙең ижади коллектив бөгөн беҙҙең менән бергә ҡалған, милли баҫманы һайлаған уҡыусыларына рәхмәтен юллай. Ҙур рәхмәт һеҙгә, яҡташтар!
- Эшем коммуналь-торлаҡ хужалығы тармағы менән бәйле. Сабырлыҡ, яуаплылыҡ талап итә. Саҡырыу буйынса барып етешһеҙлекте бөтөргәндән һуң рәхмәт һүҙе ишетеү - беҙҙең өсөн иң оло баһа.
- Ҡайһы ваҡыт ошо ябай ғына һүҙҙе минең өсөн өҙөлөп торған туғандарым, яҡындарыма әйтә алмай ҡалам. Һуңынан күңелде үкенеү хистәре тырнай. Биләгән вазифа был һүҙҙе әйтеүҙән азат итергә тейеш түгел, шуны аңлаһаҡ ине.
- "Рәхмәт” һүҙен тормошта йыш ҡулланам һәм тылсымлы көсө барлығына ла ышанам. Мине яҡты донъяға тыуҙырған, тәрбиәләгән атай-әсәйемә, Хоҙай тәғәләгә, ғаиләмә, туғандарыма, балаларыма ҙур рәхмәтлемен.
- Ҡайһы ваҡыт беҙ урынһыҙ, һаҡһыҙ ҡағылып кәйефен боҙған уҡытыусыларыма рәхмәтемде белдерәм! Һеҙҙең хеҙмәт ихтирам һәм иғтибарға лайыҡ!
Һәр иртәңде “рәхмәт” һүҙенән башлап, һине ҡыуандырған, шатландырған һәр нәмәгә рәхмәтле булһаҡ ине, дуҫтар! Матурлыҡ, изгелекте күреп,эргәңдәгеләргә ысын күңелдән ризалығыңды белдерәһең икән, ул һиңә икеләтә, өсләтә әйләнеп ҡайтасаҡ, тиҙәр. Бер-беребеҙгә рәхмәтле һәм мәрхәмәтле булһаҡсы!