Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Января 2018, 12:47

Экология йылына күҙәтеү, йәғни тәбиғәт балансы ниңә боҙола?!

Редакцияға тәбиғәт, экология йылына арналған темаларҙы яҡтыртҡан, ошо йүнәлештә артабан да эште дауам итеүҙе һораған хаттар килә.

Редакцияға тәбиғәт, экология йылына арналған темаларҙы яҡтыртҡан, ошо йүнәлештә артабан да эште дауам итеүҙе һораған хаттар килә.
Йылды йомғаҡлағанда, “Көн дә сиселеш талап иткән көнүҙәк мәсьәләне онотмаһаҡ ине”, тигән мөрәжәғәттәр яңғырай уларҙа. Шуларҙың береһен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ. Ул - ғүмерен тәбиғәтте һаҡлау, уға бысраҡ яғыусыларға ҡаршы әүҙем көрәшкән яҡташыбыҙ Таһир Иҫәновтан.
“Мин 1982-1986 йылдарҙа һунар белгесе булып эшләнем. Шунлыҡтан, экология йылында башҡарылған эштәргә бәләкәй генә күҙаллау яҙырға йөрьәт иттем.
Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте һаҡлау мөһимлеге тураһында төрлө кимәлдә күп һөйләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябай халыҡ өмәһенә лә сыға, ағасын да ултырта, йылға-күлен дә таҙарта. Әммә был мәсьәлә үрҙә һөйләшеү, конференция, йыйылыштар уҙғарып, ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡала һымаҡ. Бөгөн бер ҡырағай йәнлек балаһын ҡотҡарһаҡ, телевизор, гәзит-журналдарҙа яҙабыҙ. Шул уҡ ваҡытта браконьерҙар күпләп йәнлек, хайуандарҙы юҡ итә, әммә уларға ҡаршы бөгөнгә тиклем көрәш рычагы юҡ. 1970-1990 йылдарҙа браконьерҙарға ҡарата һунарсылыҡ күҙәтеүе (охотнадзор) хөкөм сығара, республикала һунарсылыҡ инспекцияһы составында һәүәҫкәр инспекторҙар ҙа эшләй ине. Районда шундай 40-50 кеше иҫәпләнде. Уларға һәр төҙөлгән протокол өсөн штраф күләменең 25 проценты түләнде, был ришүәтселекте булдырмау өсөн иң яҡшы сараның береһе булғандыр, тип уйлайым. Яҡшы күрһәткестәр өсөн уларға хатта һунарға бушлай билет та бирелде. 1985 йылдарҙа АН-2 самолетында республика буйлап хайуандар иҫәбен алдыҡ. Шул йылдарҙа Мәләүез районында мышылар һаны артыуға бәйле, һунар ойошторолоп, әҙерләү контораһына 7 мышы атып иткә тапшырылды. Һунар тамамланғандан һуң беҙҙә 485 баш, ә күрше Күгәрсен районында 364 баш мышыны иҫәпкә ҡуйҙыҡ. Бөгөн иһә республикабыҙҙа улар бөтәһе 400 баш иҫәпләнә. Шуныһы аңлашылмай, һунар осоро башланһа, һунарсылыҡ ойошмаһы райондағыларға лицензия юҡлығына һылтана, шул ваҡытта ситтән килгәндәр рәхәтләнеп һунар итә. Бөгөн һунарсылар тирләп-бешеп ҡар кисеп һунар итмәй - ҡулдарында карабин, оптика тоҫҡаулы автомат, ҡаргиҙәрҙәрҙә генә елдерә. Шулай булғас, тәбиғәттә ниндәй баланс һаҡланһын?!
Мин тәбиғәт балаһы - уның законһыҙ ҡырҡылған һәр ағасы, барконьерҙар ҡулынан атылған йәнлеге өсөн борсолам. Юғарыла ултырған чиновник, депутаттарға теләгемде йүнәлтәм:
- Махсус магазиндарҙа ла нарезной мылтыҡ һатыуҙы тыйырға;
- Элекке һымаҡ һунар билеттарын берҙәм өлгөлә эшләргә;
- Республика һунарсылыҡ йәмғиәте йыл аҙағында район һунарсылыҡ ойошмалары алдында отчет бирһен;
- Һунарсылыҡ инспекциялары һәм ойошмаларында һәүәҫкәр инспекторҙар штаты булдырырға.
Берҙәм булмаһаҡ, балаларыбыҙ бер нисә йылдан йәнлек һәм хайуандарҙы телевизорҙан ғына ҡарап таныясаҡ. Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булырға кәрәк, юғиһә, ҡурсаулыҡмы, түгелме – “текә” түрәләребеҙ бер кемдән ҡурҡмай, рәхәтләнеп һунар итә, сөнки улар үрҙә, һүҙ теймәйәсәген белә.
Атай-олатайҙарҙан ҡалған еребеҙҙе күҙ ҡараһындай һаҡлауҙы дауам итәйек!”.
Читайте нас