БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында” БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектын тикшерергә ниәтләй. Был билдәләнгән ҡанунды Рәсәй Федерацияһының Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһына ярашлы һәм “Аҙыҡ продукттарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге тураһында” Федераль законға тура килтереүгә йүнәлтелгән.
- Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге - дәүләттең милли именлеген тәьмин итеүҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Ул федераль ғына түгел, ә төбәк кимәлендә лә саралар ҡабул итеүҙе талап итә. Закон проекты шул маҡсатта әҙерләнде, - тип аңлатма бирҙе БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. -Ундағы төп яңылыҡ республикала аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең ентекле механизмы билдәләнеүе менән бәйле.
Закон проекты тәҡдим иткән үҙгәрештәр ауыл хужалығы етештереүенә дәүләт ярҙамын, ауыл хужалығы сеймалын һәм продукцияһы баҙарын көйләүҙе, хәүефһеҙлек өлкәһендә дәүләт республика программаларын финанслауҙы, ауыл хужалығын, аҙыҡ һәм эшкәртеүсе сәнәғәтте үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеүҙе, ауыл хужалығы продукцияһының сифатын күтәреүҙе һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе, федераль һәм республика закондарына ярашлы хаҡтарҙы көйләүҙе һәм башҡа сараларҙы ҡарай. Бынан тыш, был проект аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә республиканың дәүләт властары органдары вәкәләттәренә аныҡлыҡ индерә.