Муниципаль район Хакимиәте “Иҙел” йәмғиәте директоры Ғабитов Данияр Ғаяр улын 50 йәше менән ҡотлай!
Юбилярҙың биографияһы бәләкәй Ватаны- Мәләүез районы һәм ауыл хужалығы тармағынан айырылғыһыҙ.
Хеҙмәт биографияһын Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң “Арыҫлан” совхозында өлкән агроном булып башлай. Ошонда уҡ һөнәри үҫештең бөтә баҫҡыстарын уңышлы үтеп, хужалыҡ етәксеһенә тиклем үрләй.
Тәжрибәле һәм маҡсатлы һөнәрмән 2013 йылдан “Иҙел” агрофирмаһын етәкләй. Данияр Ғаяр улының һөнәри сифаттары, ойоштороу һәләте, белемен камиллаштырыуы предприятиены яңы үрҙәр яулауға килтерҙе. Татыу коллектив, инициативалы белгестәр, хеҙмәткә заманса ҡараш, юғары етештереүсәнлекле техника ҡулланыу ҙа һөҙөмтәле күрһәткестәргә өлгәшеүгә булышлыҡ итте.
Етәксе Первомай ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә лә даими ярҙам күрһәтә.
Намыҫлы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн юбиляр Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, БР Президенты Рәхмәт хаты, БР Ауыл хужалығы министрлығы Маҡтау грамотаһына лайыҡ.
Хөрмәтле Данияр Ғаяр улы!
Мәләүез районы ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән емешле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!