Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Января 2018, 09:13

Район Советы сессияһы

Район Советының сираттағы 22-се ултырышы үтте.

Район Советының сираттағы 22-се ултырышы үтте. Уның эшендә
БР Ведомство-ара йәмәғәт именлеге Советы Аппараты етәксеһе урынбаҫары Валерий Кургузов, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимов, район Советы депутаттары, район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәмсетдинов, уның урынбаҫарҙары, структура подразделение начальниктары, предприятие, хужалыҡ, ойошма етәкселәре, контракт буйынса район Хакимиәте башлығын тәғәйенләү комиссияһы ағзалары ҡатнашты.
Ултырышты район Советы рәйесе Александр Суботин асты, регламентҡа ярашлы, эш органдары һайланды.
Депутаттар иғтибарына сығарылған мәсьәләләр буйынса район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова. БР Мәләүез районы район Хакимиәте башлығы вәкәләтенең туҡтатылыуы, был вазифаға конкурс уҙғарыу, район Хакимиәте башлығы вазифаһын үтәүгә контракт проекты төҙөү тураһында сығыш яһаны.
2018 йылдың 15 ғинуарынан район Хакимиәте башлығы вазифаһын конкурс йомғағы асыҡланғанға тиклем, ваҡытлыса Рөстәм Наил улы башҡара.
Читайте нас