Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Января 2018, 13:15

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын яҡлау

Башҡортостан Республикаһының 2017 йылдың 30ноябрендә ҡабул ителгән «БашҡортостанРеспубликаһының һалымдар тураһында айырым закондарына үҙгәрештәр индереүхаҡында» 548-се законы тап ошо мәсьәләгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан Республикаһының 2017 йылдың 30 ноябрендә ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһының һалымдар тураһында айырым закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡында» 548-се законы тап ошо мәсьәләгә йүнәлтелгән. Ул 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде.
Закон Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ йәки концессион килешеү төҙөгән ойошмаларҙы милек һалымынан азат итә. Ташлама килешеү төҙөлгән осорҙа ғына ғәмәли көскә эйә.
Шулай уҡ әлеге законға ярашлы Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестицион проекттарын тормошҡа ашырыу барышында инвестицион килешеү төҙөлгән мәлдән һалым ташламалары күләмен билдәләгәндә капитал һалыуҙарҙы раҫлау осоро өс йылдан биш йылғаса оҙайтылды, тик бер шарт менән — төп капиталға йәлеп ителгән инвестициялар күләме 5 млрд һумдан күберәк булырға тейеш. Бынан тыш, республика биләмәһендә өҫтөнлөклө инвестицион проекттарҙы ғәмәлгә ашырыусы ойошмаларға һалым ташламалары менән ҡулланыу шарттары киңәйтелде. Шул иҫәптән юридик йәһәттән үҙгәреш процесы кисереүсе инвесторҙар ҙа кәметелгән һалым ставкаларына хоҡуғын һаҡлап ҡалды.
Читайте нас