Мәләүез район-ара прокуратура хеҙмәткәрҙәре ведомство наградалары менән бүләкләнде
12 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуратураһында органдар ойоштролоуына 296 йыл тулыу айҡанлы тантаналы йыйылыш уҙҙы.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов, төбәк буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, шулай уҡ республиканың дәүләт власы, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселеге, прокуратура ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Республика прокуроры Андрей Назаров ҡул аҫтындағыларҙы һөнәри байрам менән ҡотлағас, прокурорҙарҙың уҙған йылда вәкәләттәрен һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырыуын билдәләне.
Тантаналы ултырыш сиктәрендә Андрей Назаров ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә ведомство наградалары тапшырҙы, улар араһында Мәләүез район-ара прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә бар. Икенсе дәрәжә ”Законға тоғролоҡ” билдәһе менән район-ара прокурор урынбаҫары Рөстәм Лоҡманов, Башҡортостан Республикаһы