Көнгәк
+29 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
25 Января 2018, 05:37

Уҡыуҙар тамамланды

Территориаль һайлау комиссияһында участка һайлау комиссияһы ағзаларыөсөн ойошторолған семинарҙар тамамланды. Сараның маҡсаты- һайлау ҡануниәтеменән бәйле үҙгәрештәр менән таныштырыу.

Территориаль һайлау комиссияһында участка һайлау комиссияһы ағзалары өсөн ойошторолған семинарҙар тамамланды. Сараның маҡсаты- һайлау ҡануниәте менән бәйле үҙгәрештәр менән таныштырыу. Комиссия рәйесе Татьяна Григина, секретарь Рәүилә Сәйфетдинова, система администраторы Айрат Халиҡов сығыштарынан һуң йыш осраған һорауҙарға яуап бирҙе.
Төп тема “мобиль һайлаусылар”ға арналды. 18 март теркәлеү урыны буйынса булмаған граждандарға 31 ғинуарҙан 12 мартҡа тиклем үҙенә уңайлы участкала тауыш биреү өсөн ысулдар тәҡдим ителә.
Мөһим сәйәси сара уҙасаҡ урында видеокүҙәтеү сараһы урынлаштырылыуы, һайлау барышын Интернет аша күҙәтеү, участкаларҙы компьютер техникаһы, һайлау йомғағы протоколын машина уҡый алыр код менән байытыласағы тураһында сығыш яһаны.
Территориаль һайлау комиссияһы.
Читайте нас