Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Января 2018, 12:48

Милләттәр - берҙәмлек көсө

Павлов йортон обороналау: ул нисек булған?

Тарих битендә һәм кешелек хәтерендә мәңге һаҡланған даталар һәм ваҡиғалар бар. 1942 йылдың икенсе яртыһында һәм 1943 йылдың башында совет ғәскәрҙәренең Сталинград өсөн һуғышы бөтә донъя тарихында ҙур әһәмиәткә эйә.
Билдәле булыуынса, Волга буйындағы был ҡала өсөн алыш тарихсыларҙың ғына түгел, ә унда һуғышҡан ветерандарҙың да төрлөсә баһалаған бер нисә эпизоды бар. Герой-ҡаланың үҙәгендәге бөтә донъяға Павлов йорто булараҡ танылған дүрт ҡатлы бинаны обороналау - шундай күренештәрҙең береһе. Мәғлүм булыуынса, Сталинград һуғышы барышында 1942 йылдың сентябрендә бер төркөм совет разведчиктары ҡала уртаһындағы йортто һуғышып, үҙ ҡулына ала. Төркөм менән сержант Яков Павлов етәкселек итә. Бер аҙҙан унда пулеметтар, танкыға ҡаршы ҡоралдар килтерелә һәм тиҙҙән был бина дивизияның мөһим терәк пунктына әйләнә.
Йорт өсөн һуғышыуҙың әһәмиәте шунда: ҡаланы бомбаға тотоу барышында бөтә йорттар, ҡоролмалар, биналар емереклеккә әйләнә, ошо бер генә йорт иҫән ҡалған була. Өҫкө ҡат күҙәтеү һәм ҡаланың фашист илбаҫарҙары урынлашҡан өлөшөнә ут яуҙырыу өсөн уңайлы була. Йорт бөтә яҡлап оборона тотоу өсөн йыһазландырыла. Бина тирәләй ут нөктәләре билдәләнә, унда барыу өсөн ер аҫтынан юл һалына, пехотаға һәм танкыларға ҡаршы миналар урынлаштырыла. Һөҙөмтәлә дошманға йортҡа яҡын килеү мөмкинлеге ҡалмай.
Оборона дөрөҫ ойошторолоу сәбәпле, совет һалдаттары оҙаҡ ваҡыт илбаҫарҙарҙың һөжүмен кире ҡаға. Унда һуғышыусыларҙың һаны тураһында мәғлүмәт төрлөсә: 24-тән 31 кешегә тиклем. Улар - төрлө милләттән, диндән булған, әммә йортто һаҡлап, Тыуған илде яҡлайбыҙ, тигән бер маҡсат менән янған ябай һалдаттар. Бина подвалында тағы немец артиллерияһынан һәм бомбаларынан ауыр яраланған утыҙҙан ашыу кеше урынлаша.
Йортто обороналау 58 көн дауам итә. Маршал Василий Чуйков үҙенең хәтирәләрендә бына нимә тип яҙа: “Был бәләкәй генә төркөм, бер бина өсөн һуғышып, гитлерсылар Парижды алғанда юғалтҡан һалдаттарынан да күберәк дошманды юҡ итте”.
Тикшереү барышында павловсылар менән һуғышҡан 11 йәшлек үҫмер тураһында тағы бер ҡыҙыҡлы факт асыҡлана.
Командирҙың ныҡлы тыйыуына ҡарамаҫтан, Толик Курышов күрше йорттарҙың береһенә инеп, армия өсөн мөһим документтарҙы ҡулға төшөрә. Һуғыштан һуң ул был ваҡиға тураһында бер кемгә лә һөйләмәй. Уның тураһында иҫән ҡалған ҡағыҙҙарҙан ғына билдәле була. Бер нисә тикшереү эшенән һуң ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Тик батырлығы өсөн үҙ наградаһын, юғары исемдәрен алмаған геройҙар һаман да бар әле. Йылдар үтһә лә, уларҙың исемдәрен тергеҙеү буйынса эш алып барыла. Шулай булырға тейеш тә.
Дәһшәтле йылдар, батыр һалдаттарҙың иҫтәлеге бер ҡасан да онотолорға тейеш түгел.
Гөлнара Таджибаева, Ергән мәктәбе тарих уҡытыусыһы.
Читайте нас