Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Января 2018, 13:14

“Пришвин көндәлеге” дауам итә

4-се ҡала китапханаһында йылдағыса Михаил Пришвин ижадына арналған сара үтте.

4-се ҡала китапханаһында йылдағыса Михаил Пришвин ижадына арналған сара үтте.
Тәбиғәт йырсыһы Михил Михайловичтың тыуыуына 145 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған күргәҙмәлә әҙиптең китаптары, әкиәт, хикәйәләре урын алды. Балалар сарала уның әҫәрҙәре менән яҡындан танышты.
Ҡатнашыусылар яҙыусының әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән һорауҙарға яуап бирҙе, бәхәс ҡорҙо. Тәбиғәт, хайуандар донъяһын үҙенсәлекле итеп күрһәтә белеү һәләтенә эйә яҙыусы балалар әҫәрҙәре менән танылыу яулаған. Мәктәп программаһына ингән ижады уҡыусыларҙа тирә-яҡҡа ҡыҙыҡһыныу, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роль уйнамай ҡалмай.
Наталья Иванова, 4-се ҡала китапханаһы мөдире.
Һүрәттә: “яҙыусының әкиәттәре беҙгә яҡын”, ти уҡыусылар.
Читайте нас