Сталинград һуғышында еңеүгә быйыл 75 йыл тулды. Был Еңеү Бөйөк Ватан һуғышында ғына түгел, донъя тарихында ҙур әһәмиәткә эйә.
1942 йылдың йәйендә дошман икмәк һәм нефткә бай Кавказға һәм Сталинградҡа ынтыла. Гитлерсылар Волгаға сығыуға өлгәшә, һөҙөмтәлә Сталинград өсөн ҡаты алыш башлана. Фашист авиацияһы ҡаланы бомбаға тота. Түгелгән нефттән хатта йылға өҫтөнә ут тоҡана.
Ҡала өсөн геройҙарса һуғыш 4 айға һуҙыла. Төп ауырлыҡ генералдар Василий Чуйков һәм Михаил Шумилов етәкселегендәге 62 һәм 64-се армияларға төшә.
Иң ҡаты алыш Мамай ҡурғаны һәм тимер юлы вокзалы өсөн була. Тап ошонда һалдаттар “Бер аҙым да сигенмәҫкә!”, “Ахыр сиккә тиклем һуғышырға!”, “Волга артында беҙҙең өсөн ер юҡ!” тигән ант бирә.
1942 йылдың 19 ноябрендә Көньяҡ-көнбайыш һәм Сталинград фронттары һөжүмгә күсә. Операция менән генералдар Георгий Жуков һәм Александр Василевский етәкселек итә. 23 ноябрҙә Калач районында был фронттар 330 мең кешелек фашист армияһын уратып ала һәм ул 1943 йылдың 2 февралендә генә тулыһынса капитуляциялана. Ҡала өсөн алыш еңеү менән тамамлана. Шунан алып, Ҡыҙыл армия бөтә фронт буйынса һөжүмгә күсә. Совет халҡында еңеүгә өмөт тыуа.
Дәһшәтле һуғышта Башҡортостан яугирҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Сталинград өсөн алышта 214-се уҡсылар һәм Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизиялары ҙур батырлыҡ күрһәтте. Летчик Муса Гәрәев хәрби юлын ошонда башлай. 44-се уҡсылар дивизияһының 13 яугире үлемһеҙ батырлығы менән билдәләнде. Улар араһында беҙҙең яҡташ, һөнәре буйынса уҡытыусы Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов та бар.
Дошман менән тиңһеҙ көрәштә Мәләүездән 19 йәшлек танк командиры Искәндәр Баязитов һәләк була. Ә снайпер Николай Корченко 52 фрицты атып үлтерә. Привольный ауылынан лейтенант Василий Колеганов ҡаланы оборонаға тотҡанда 42-се гвардия полкының 1-се батальоны 3-сө ротаһы менән етәкселек итә. Улар тимер юлы вокзалын һаҡлай. Дошман бынан үтә алмай. Бөгөн Волгоградтың бер урамы Василий Колеганов исемен йөрөтә.
Мәләүездең билдәле новатор-педагогы Викторин Танатаров ошо һуғышта ҡатнаша. Ул 20 йәшендә миномет взводын етәкләгән.
Мәләүез районынан йөҙҙән ашыу ҡыҙ фронтҡа китә: Ольга Лукьянцева, Зинаида Денисенко, Нина Кузнецова, Мария Кочергина, Анастасия Попова, Клавдия Беднякова, Анна Полякова, Тамара Мәжитова һәм зенитчицалар Әсмә Әхмәтова, Вера Устинова, медсестра Полина Серпкова. Әсәйем дә -Сталинград өсөн һуғышыусыларҙың береһе.
200 көн һәм төнгә һуҙылған ҡала өсөн һуғыш совет ғәскәрҙәренең еңеүе менән тамамлана. Тыуған ил был ваҡиғаны юғары баһаланы: Сталинградҡа Герой-ҡала исеме бирелде. Йөҙҙән ашыу яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, меңләгән һалдат орден һәм миҙалдар, йөҙ меңе “Сталинградты һаҡлаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Һуғыш күптән тамамланды. Бөгөн район буйынса иҫән фронтовиктарҙың һаны - 34 кеше, Сталинград өсөн һуғышыусылар - 3.
Ил һаҡсыларының ҡаһарманлығын беҙ быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ.
Венера Йомағолова, 4-се мәктәптең тарих уҡытыуыһы.