Билдәле булыуынса, республикала, шул иҫәптән районда бала хоҡуғын яҡлаған ойошмалар, шул иҫәптән махсус комитеттар, опека органдары, социаль хеҙмәттәр эшләй.
Шул уҡ ваҡытта балалыҡ, ғаилә менән бәйле киҫкен мәсьәләләр байтаҡ. Район Хакимиәтенең балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса сектор мөдире Эльвира Фәйзуллина менән әңгәмәбеҙ балаларҙың ҡарауһыҙлығын, имен булмаған ғаиләләрҙе, социаль йәтимлекте иҫкәртеү буйынса алып барылған эшмәкәрлек хаҡында.
- Эльвира Рифғәт ҡыҙы, йыш ҡына ауыр холоҡло балалар, үҫмерҙәр енәйәтселеге тигән бер-береһенә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ишетергә тура килә. Был асоциаль күренештәрҙә төп сәбәп нимәлә?
- Әлбиттә, күп осраҡта атай-әсәйҙәрҙең ҡарауы, иғтибары етешмәүе, эскелеге арҡаһында үҫмерҙәр хәүеф төркөмөнә инә. Үҫмерҙең шәхес булып формалашыуында ғаилә һәм уның ағзаларының әһәмиәте бик ҙур. Йыш ҡына имен булмаған ғаиләләрҙә ошо хаҡта оноталар.
- Ауыр тормош хәлендәге, социаль хәүефле ғаиләләрҙе иҫкәртеү йәһәтенән балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса сектор ниндәй эш алып бара?
- Был тәңгәлдә бүлек бала хоҡуғын яҡлау, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эшләгән органдар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Былтыр комиссияның 30 ултырышы үтте, унда 594 материал тикшерелде.
Балиғ булмағандарға һәм уларҙың атай-әсәйҙәренә, законлы вәкилдәренә, законға ярашлы, иҫкәртеү, штраф һалыуҙан тыш, наркологияға, мәшғүллек үҙәгенә, ябыҡ типтағы белем биреү учреждениеһына йүнәлтеү, шулай уҡ комиссия ҡарары буйынса хәүеф төркөмөндәге үҫмерҙәрҙе иҫәпкә ҡуйыу кеүек яза саралары ҡулланыла. Әйткәндәй, һуңғы йылда социаль хәүефле ғаиләләрҙең, шулай уҡ иҫәптә торған үҫмерҙәрҙең һаны кәмеүе күҙәтелде. Был - дөйөм көс менән алып барылған эш һөҙөмтәһе, тип уйлайым.
- Район буйынса нисә ғаилә социаль хәүефле хәлдә тип билдәләнгән һәм уларҙа нисә бала тәрбиәләнә?
- Имен булмаған ғаиләләрҙең һаны - 55, уларҙа 92 балиғ булмаған бала иҫәпләнә. Шуның 50-һе - хоҡуҡ боҙоу осрағы буйынса теркәлгән. Уларҙың күбеһе хулиганлыҡ, урлашыу, тән йәрәхәте һалыу, наркотик матдә ҡулланыу, тәмәке тартыу менән иҫәпкә ҡуйылған. Холҡо төҙәлеү сәбәпле, 61 үҫмер профилактик иҫәптән төшөрөлдө.
- Имен булмаған ғаиләләрҙә үҫкән балалар үҙҙәре лә йыш ҡына енәйәт ҡорбанына әйләнә.
- Былтыр балиғ булмағандарға ҡарата 65 енәйәт ҡылынған. Балаһы менән ҡаты мөғәләмә иткән өсөн 5 атай-әсәй енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды. Социаль хәүефле ғаиләләр һәм балиғ булмағандар тураһында 120-се Федераль закондың 9-сы статьяһына ярашлы сигнал карталары аша мәғлүмәт бирелә. Бөтә сигнал карталар буйынса аныҡ саралар ҡабул итәбеҙ. Имен булмаған ғаиләләр буйынса даими рәүештә рейд ойошторабыҙ. Былтыр 37 тапҡыр сыҡтыҡ һәм 90 ғаиләнең көнкүреше менән таныштыҡ. 69 атай-әсәйҙе үҙәк район дауаханаһының наркология кабинетына йүнәлттек. Эшләмәгән атай-әсәйҙәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса эш алып барабыҙ. 25 кешене мәшғүллек үҙәгенә ебәрҙек. Мөрәжәғәттәр буйынса ҡарар ҡабул иттек һәм уларҙың үтәлешен контролдә тотабыҙ.
Ғаилә йылын тик ыңғай күрһәткестәр менән тамамларға ине. Бының өсөн, әлбиттә, дөйөм көс менән иҫкәртеү эшен киңерәк йәйелдереүҙе күҙ уңында тотабыҙ.