Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Февраля 2018, 12:33

Бешмә - мал араһында таралған хәүефле ауырыу

Хәтерегеҙгәтөшөрәбеҙ, былтыр Туймазы, Бүздәк райондарында малдар араһындағы йоғошло сиртаралыуы һөҙөмтәһендә хужалыҡтарҙағы һәм шәхси мал күпләп юҡ ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Туймазы, Бүздәк райондарында малдар араһындағы йоғошло сир таралыуы һөҙөмтәһендә хужалыҡтарҙағы һәм шәхси мал күпләп юҡ ителде. Юғалтыуҙар күләме 42 миллион менән баһаланды.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында көнүҙәклеген юғалтмаған ошо мәсьәлә тураһында һөйләшеү булды. Депутаттар Республикала Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеү идаралығы етәксеһе Юрий Петровтың уҙған йыл эшмәкәрлеге йомғағын тыңланы. Ул республикала эпизоотияның, йәғни хайуандар сирләүе эпидемияға әйләнмәүенә, киҫкенләшеүенә юл ҡуймау саралары, профилактикалау, малсылыҡ һәм үҫемлекселек продукцияһы сифаты, тармаҡтағы етешһеҙлектәр тураһында бәйән итте.
Ситтән мал һәм ит продукцияһы индереүҙә саралар ҡәтғиләштерелде. Халыҡ-ара “Өфө” аэропортының үткәреү пунктында ғына, мәҫәлән, республикаға төрлө юл менән 104 төр үҫемлекселек , махсус документтарһыҙ 136 берәмек малсылыҡ продукцияһын индереү осрағы асыҡланған.

Республикала орлоҡсолоҡ, дәүләт ер күҙәтеүе, рөхсәт ителмәгән урында сүплектәрҙе булдырмау өсөн нимәләр эшләнеүе тураһында мөһим мәсьәлә тикшерелде.
- Республика аграр тармаҡ, был исемде юғалтмаҫҡа, юғары тоторға кәрәк. Ауыл хужалығы үҫеше, уның проблемалары депутаттарҙың иғтибар үҙәгендә ҡала. Уҙған сессияла беҙҙең тарафтан аграр тармаҡты үҫтереүгә арналған закондар ҡабул ителгән ине, әммә бөгөн дә асыҡлыҡ индерер мәсьәләләр бар,- тине БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Депутаттарҙың республикала бешмә ауырыуын иҫкәртеү буйынса һорауҙары байтаҡ. Шулай уҡ ҡошсолоҡ фермаларына яҡын биләмәлә санитар торош, бал сифаты, ведомство тарафынан билдәләнгән штрафтарҙың һөҙөмтәлелеге тикшерелде.
Читайте нас