Көнгәк
+23 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Февраля 2018, 11:47

Ғәлиә Мәжитова: “Һайлауға мотлаҡ барасаҡбыҙ!”

Билдәлебулыуынса, 18 мартта Рәсәй Президенты һайлана. Йылдың иң әһәмиәтле сәйәсиваҡиғаһына ваҡыт аҙ ғына ҡалып бара.

Билдәле булыуынса, 18 мартта Рәсәй Президенты һайлана. Йылдың иң әһәмиәтле сәйәси ваҡиғаһына ваҡыт аҙ ғына ҡалып бара. Был тема киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта ғына түгел, ҡәҙимге тормошобоҙға ла ныҡлы үтеп инде һәм төрлө даирәләрҙә һөйләшеүҙең, фекер алышыуҙың төп мәсьәләһенә әүерелде. “Һайлауға бараһыңмы?”, “Кемде һайлайһың?” тигән һорауҙы көнөнә әллә нисә тапҡыр ишетергә, шулай уҡ бирергә лә тура килә.
Күптән түгел мәғариф идаралығы методисы Ғәлиә Мәжитова менән ошо темаға һөйләшергә тура килгәйне. Уның фекере гәзит уҡыусыларына ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.
-Һайлау хоҡуғына эйә булған йәштән алып, бер һайлауға ла бармай ҡалғаным юҡ. Унда ҡатнашыу, үҙ тауышыңды биреү, минеңсә һәр кешенең гражданлыҡ бурысы. Был яуаплылыҡ, әлбиттә, бәләкәйҙән, ғаиләлә тәрбиәләнә. Атай-әсәйемдең дә һайлауҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашҡанын, хатта барырғамы-бармаҫҡамы, тип икеләнеп ултырған ағайымды көсләп ебәргәндәрен яҡшы хәтерләйем. Йыш ҡына: “Элек һайлау байрам кеүек үтә торғайны...”- тип быға тиклем булғандарҙы һағынып иҫкә алғандарын ишеткәнем бар. Күрә белһәң, әле лә һайлауҙар бик матур, ойошҡан күңеллле итеп үткәрелә. Тимер-бетон ҡоролмалар заводында урынлашҡан һайлау участкаһында һәр ваҡыт концерттар, лотерея уйнатыу сараһы ойошторола.
Мин үҙем ғаиләм менән һәр саҡ һайлауға иртәрәк барырға тырышам. Байрамса кейенгән, кәйеф күтәренкелеге кисергән күптән күрешмәгән таныштарҙы осратырға була унда.
Мин һәм ғаиләм – тыныслыҡ яҡлы. Шуға күрә Президент һайлауына ла мотлаҡ барасаҡмын. Ҡеүәтле илебеҙҙе етәкләрҙәй, уны артабан үҫтерерҙәй кандидат өсөн тауыш бирәсәкмен.
Ил Президентын һайлау, ысын мәғәнәһендә, ҙур сәйәси ваҡиға. Унда үҙен илдең гражданы итеп һанаған һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Тап ошо сара беҙҙең берҙәмлекте, Рәсәй халҡының берләшеүен күрһәтәсәк.
Һүрәттә: Ғәлиә Мәжитова.
Читайте нас