Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сираттағы эш сәфәре барышында граждандарҙы ҡабул итте.
Төп һөнәре буйынса республиканың элекке баш приставы Зариф Закир улы бөгөн РФ Дәүләт Думаһының иң сетерекле, ваҡытында дөрөҫ сиселеш талап иткән - Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитетында халыҡ мәнфәғәтен яҡлай. Ҡабул итеүгә килеүселәр ҙә ошо тармаҡ мәсьәләләрен күтәрҙе. Һуңғы йылдарҙа микрофинанс ярҙамы күрһәтеү маҡсатында, граждандарға аҡса заемы тәҡдим иткән банкылар, ваҡытында түләй алмағандарға пени билдәләй, шунлыҡтан 10 мең һум кредит тиҙ арала ҙур суммаға әүерелә. Берәүҙәр күршеһе менән уртаҡ фекергә килә алмай, ғаилә-ара ыҙғыштарға бәйле мөнәсәбәт боҙолоуы, йәмәғәт транспорты графигы менән ҡәнәғәт булмағандар, дауаланыуға йүнәлтмә алыуҙа ярҙам, пенсия күләме һәм башҡа мәсьәләләр менән риза түгел егерменән ашыу граждан мөрәжәғәт итте.
Рәсәй кимәлендә закондар сығарыу, уларға төҙәтмәләр индереү менән мәшғүл депутатҡа мөрәжәғәт иткәнгә тиклем, проблемаларҙы үҙ-ара килешеп урында хәл итеү урынлыраҡ булыр ине лә бит.
Шәхси ҡабул итеүҙән һуң “Берҙәм Рәсәй” партияһы парламент аҙналығы сиктәрендә партия активы ағзалары менән осрашыу үтте.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, өҫтәмә һәм төҙәтмәләр индерелгән закондарға аңлатма бирҙе: мәҫәлән, тиклем иҫерткес эсемлек һатыусыға 2,5 мең һум штраф ҡаралһа, хәҙер һаулыҡҡа хәүефле спиртлы эсемлек һатҡандарға уның күләме 200 мең һумға тиклем артты, шулай уҡ уның тауар ҙа конфискацияланасаҡ. Был ҡырын эштә икенсегә тотола икән, уға енәйәт эше асыла. Магазин, предприятиелар законһыҙ алкоголь һатҡан осраҡта штраф күләме - 1 миллион һум тәшкил итәсәк. Ошо урында ул “йәшел йылан” ағыуынан һәләк булғандар, ғаилә низағтары, айырылышыу, суицид, юл-транспорт фажиғәләренә бәйле күрһәткестәрҙе атаны.
"Баҡсасылыҡ, йәшелсәселек, дача хужалығы һәм Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы закон ҡабул ителеүе, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек йәмғәттәре статусын яйға һалыуға йүнәлтелде.
Баҡса ерендә йорт төҙөргә һәм унда теркәлеү мөмкинлеге күптәр өсөн торлаҡлы булыуҙы хәл итте.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар бөгөн дә күп. Улар мәнфәғәте ҡануниәт менән яҡланасаҡ.
Зариф Закир улы мәләүездәргә төрлө кимәлдәге программаларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдереп, был йүнәлештә артабан да эшләргә кәрәклекте белдерҙе. Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновың сығышынан һуң, РФ Дәүләт Думаһы депутаты “Берҙәм Рәсәй” партияһына ҡабул ителгән яңы ағзаларына партия билеты тапшырҙы.
Рәсми өлөш тамамланғас депутат Нордовка ауылынан күп балалы әсәй Екатерина Алексееваға “Әсәлек миҙалы” тапшырҙы. Уға һәм ғаиләһенә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне.
Зариф Закир улы, йәш депутаттар менән осрашты һәм ҡаланың 17-се, 21-се балалар баҡсаһында йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн өҫтәмә төркөмдәр асыу тантанаһында ҡатнашты.
ҺҮРӘТТӘ: тантаналы мәл- миҙал тапшырыу.