Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» повесы буйынса “Әүлиә”спектакле әҙерләп республика тамашасылары алдында сығыш яһауын дауам итә.
Кем ул Мөжәүир хәҙрәт? Һуңғы йылдарҙа халыҡ тарафынан асыҡтан-асыҡ ҡыҙыҡһыныу, һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уятҡан шәхес Баймаҡ районында йәшәгән һәм үҙенсәлекле дауалау һәм күрәҙәселек һәләтенә эйә була.
Бәләкәйҙән әсәйһеҙ ҡалып, ауырлыҡтар аша сыныҡҡан үҫмерҙең белемгә ынтылышы көслө була. Ун йәштәр тирәһендә ауылға килгән күренекле Зәйнулла ишан уның “өлөшлө” бала булғанын һиҙемләй һәм уның атаһына балаға мотлаҡ ғилем бирергә кәрәклеген аңғарта. Үҙенән кескәй туғандарын үгәй әсәй ҡулына ҡалдырырға йәлләп, ул Муллаҡай ауылында уҡый башлай. Мөжәүиргә Ғабдулла Сәйеди нигеҙ һалған мәҙрәсәлә ғилем алырға насип була.
Мөжәүир им-том, арбау серҙәренән тыш, үләндәр менән дауаларға өйрәнә. Уҡып сыҡҡас, ғүмер буйы тыуған ауылында йәшәй. 1967 йылда 91 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Үҙенең яҡты йөҙө, эскерһеҙлеге, милләт айырмауы, ихласлығы менән меңәрләгән кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙған шәхес, илаһи көс эйәһе Мөжәүир хәҙрәт тик яҡты хәтирәләр ҡалдырып, халыҡ хәтерендә, күңелендә мәңге йәшәй.
Юғарынан кәрәмәт бирелгән, уйы изгелектә, күңеле яҡшылыҡта булған Мөжәүир хәҙрәткә Аллаһы Тәғәләнең барлығын берлеген танымаған дәһриҙәр (Аллаға ышанмаусылар) яла яғып, уны төрмәгә яба, яманатын таратып, унан кешеләрҙе биҙҙерергә тырыша. Ошо турала сәхнәлә уйнаған артистар тамашасы күңеленең иң нескә ҡылдарын тирбәтер тамаша тәҡдим итә.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрының “Әүлиә” спектаклендәге хәл-ваҡиғалар үткән һәм бөгөнгө ысынбарлыҡ, халыҡ яҙмышы, йәбер, кәмһетеүгә ҡаршы аҡыл менән көрәш араһындағы илаһи көстөң булыуын барлығын һәм буласағын һүрәтләй.
Һауығыуға өмөтөн юғалтҡандар төрлө тарафтарҙан килә Мөжәүир хәҙрәткә. Аҡыллы кәңәштәре менән изге йәнле илаһи зат күптәрҙең тормоштарын яйға һалырға ярҙам итә.
Моғайын, был спектаклдең дин әһелдәренә генә ҡағылмай, ә кешене яҡтылыҡҡа, ғәҙеллеккә яҡшылыҡҡа әйҙәп, халыҡҡа иман нуры, изгелек таратырға өндәүе һеҙҙә һис шикһеҙ һоҡланыу тойғоһо уятыр, тип ышанабыҙ.
Хөрмәтле тамашамылар, һеҙҙе шатландырырға ашығабыҙ, оҙаҡламай “Әүлиә” спектакле ҡала мәҙәниәт һарайында һеҙҙең хөкөмгә тәҡдим ителәсәк. Килмәй ҡалмағыҙ!