Яңылыҡтар
13 Февраль 2018, 11:20

Манаранан нур бөркөлә

2006 йылда урын билдәләнеп, төҙөлә башлаған Мәләүез мәсетенә, ниһайәт, манара ҡуйылды. Сараға дингә битараф булмаған мосолман ҡәрҙәштәр йыйылды.

2006 йылда урын билдәләнеп, төҙөлә башлаған Мәләүез мәсетенә, ниһайәт, манара ҡуйылды. Сараға дингә битараф булмаған мосолман ҡәрҙәштәр йыйылды. Яҡташыбыҙ Рәфис Мөхәммәтшин ярым ай һәм көмбәҙҙәрҙе эшләтеп, Ростов на Дону-ҙан ҡайтарта. Яңы мәсеттә урын күп, шәкерттәргә уҡырға мөмкинлек, халҡыбыҙҙың иманы артыр тигән өмөттәбеҙ.
Һүрәттә: Алтын ялатылған ярым ай һәм көмбәҙҙәрҙән иман нуры балҡый.
Автор фотоһы.
Хафиза Мөхәммәтшина, мөғәллимә:
Ошо мәсетте төҙөргә Мәләүездәге барлыҡ мосолмандар ярҙам итте. Әлеге көндә имам-хатибыбыҙ Рәфис Сафин Төркиәлә уҡыуҙа, шулай булыуға ҡарамаҫтан барлыҡ эшләнә торған эштәр еренә еткереп эшәнелде. Бөгөн манараны күтәрҙек. Мосолман күңелдәренә иман нуры биреп, аҙандар әйтелһен, намаҙҙар уҡылһын ине. Илебеҙгә тыныслыҡ насип булһын. Һайлау булырға тора, иҫән-һау үткәреп ебәрергә булһын. Йәштәрҙең мәсеткә килеп Ҡөрьән уҡыуы ҡыуандыра. Барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ошо көнгә арнап яҙған «Манаралы мәсетем” тигән шиғырымды бүләк иткем килә.
Изге Ислам динебеҙҙә
Өмөт ышанысыбыҙ.
Манаралы айлы мәсет
Һине өҙөлөп көттөк беҙ.
Мәләүезгә иман ҡайтһын,
Мәсет ҡалҡты уны биҙәкләп
Һәр әйтелгән һүҙҙәр зекер булһын,
Һәр ғәмәлдәр булһын ғибәҙәт.
Фроза Мирсаяпова, мөғәллимә:
Минеңсә, был - бик ҙур байрам, сөнки яңы мәсеттә ғибәҙәт, сәждә ҡылырға өмөт итәбеҙ. Динебеҙҙе күтәрергә, иманыбыҙҙы нығытырға яҙһын. Яңы киң, иркен мәсеттә ислам серҙәрен өйрәтергә насип булһын. Кемдер аҡса менән, кемдер ҡул көсө менән ярҙам итте - барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдергем килә.
Зәкиә Ильясова:
Бөгөн - минең өсөн бик шатлыҡлы көн. Тарихта ҡалырлыҡ ваҡиға, тип уйлайым. Изге ниәттә эшләнгән эш бәрәкәтле булһын. Иманыбыҙ артһын. Халыҡтар дуҫ йәшәһен, илебеҙ тыныс булһын. Хаҡ юлдан барырға насип булһын.
Читайте нас