Район Советының сираттағы егерме өсөнсө ултырышы үтте. Уның эшендә депутаттарҙан тыш район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәмсетдинов,Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, район Хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, структура подразделениелары начальниктары, предприятие, хужалыҡ, ойошма етәкселәре, контракт буйынса Мәләүез районы Хакимиәте башлығын тәғәйенләү комиссияһы ағзалары ҡатнашты.
Көн тәртибендә раҫланған бер мәсьәлә - “Контракт буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль район Хакимиәте башлығын тәғәйенләү”. Уның буйынса конкурс комиссияһы рәйесе Марат Мәһәҙиев сығыш яһаны.
Тейешле талаптарҙы уңышлы үтеп, район Советы ҡарары менән район Хакимиәте башлығы вазифаһына Рөстәм Наил улы Шәмсетдинов тәғәйенләнде һәм шул уҡ ултырышта контрактҡа ҡул ҡуйыу процедураһы үтте.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Марат Мәһәҙиев республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм бөтә республика етәкселеге исеменән Рөстәм Наил улын район Хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйеләнеүе менән ҡотлап, эшендә уңыштар теләне.
Үҙ сиратында район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов бөтәһенә лә күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе.
Һүрәттә: район Советы рәйесе Александр Суботин район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов менән контрактҡа ҡул ҡуя. Автор фотоһы.