Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Февраля 2018, 11:09

Тауыш биреү - мөһим ғәмәл

Йылдың иң әһәмиәтле сәйәси ваҡиғаһына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был тема киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта ғына түгел, ҡәҙимге тормошобоҙға ла ныҡлы үтеп инде һәм төрлө даирәләрҙә һөйләшеүҙең, фекер алышыуҙың төп мәсьәләһенә әүерелде. Һайлау - һәр ваҡыт яңыға, яҡшыға өмөт итеү осоро.

Йылдың иң әһәмиәтле сәйәси ваҡиғаһына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был тема киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта ғына түгел, ҡәҙимге тормошобоҙға ла ныҡлы үтеп инде һәм төрлө даирәләрҙә һөйләшеүҙең, фекер алышыуҙың төп мәсьәләһенә әүерелде. Һайлау - һәр ваҡыт яңыға, яҡшыға өмөт итеү осоро. 4-се мәктәп директоры урынбаҫары Айгөл Фәйзуллина менән ҡыҫҡа ғына әңгәмәбеҙ ҙә шуны дәлилләй.

- Мин һайлауға мотлаҡ барасаҡмын һәм күп милләтле, ҡеүәтле илде етәкләйәсәк лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирәсәкмен. Ҡайһы бер кешеләрҙеке кеүек, барырғамы-юҡмы тигән һорау тыуғаны юҡ миндә. Күренекле яҡташыбыҙ Дәрдмәнд (Закир Рәмиев) һүҙҙәре менән әйткәндә, илебеҙ елкәнен киреп, диңгеҙҙән китеп барған ҙур карап кеүек. Уны ниндәй генә елдәр, афәттәр һағаламай. Беҙҙең тыныс, имен тормошобоҙҙо, берҙәмлекте ҡаҡшатыу маҡсатында ниндәй генә санкциялар уйлап сығарманылар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, аҡыллы етәкселәребеҙ, сәйәсмәндәребеҙ менән бер нәмәгә ҡарамай, алға барабыҙ.

Иртәгәһе көнөбөҙ ҙә тыныс, киләсәгебеҙ яҡты булһын, олатайҙарыбыҙ яулап алған имен тормошобоҙ алдағы йылдарҙа ла һаҡланһын, балаларыбыҙҙың тыуыр таңдары аяҙ булһын тиһәк, бөтәбеҙ ҙә һайлауға барып, үҙ тауышыбыҙҙы бирергә тейешбеҙ. Был - беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ.

Һүрәттә: 4-се мәктәп директоры урынбаҫары Айгөл Фәйзуллина.
Читайте нас