Яңылыҡтар
19 Февраль 2018, 10:59

Төбәк үҫешһен тиһәң, инвестор кәрәк

Төбәктең инвестиция әүҙемлеге беренсе сиратта, һалынған аҡсаның рентабеллегенә бәйле.

Төбәктең инвестиция әүҙемлеге беренсе сиратта, һалынған аҡсаның рентабеллегенә бәйле. Инвестор, ошо сығымдарҙан күпмелер ваҡыт үткәс, килем алыуҙы күҙ уңында тота. Ауыл хужалығы тармағына инвестициялар йәлеп итеү - заман талабы. 2017 йылда агросәнәғәткә дәүләт ярҙамы механизмын үҙгәртеү этәргес көс булды, йәғни льготалы кредитлау системаһы индерелде. Тармаҡҡа 152,7 миллиард һумлыҡ инвестиция ярҙамы күрһәтелде. 2018 йылда ла дәүләт ярҙамы, уҙған йыл кимәлендә һаҡланып, 242 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Мәләүез районы аграр тармағына 2018 йылға яҡынса күҙаллауҙар буйынса 264 миллион 200 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған. Шул иҫәптән агросәнәғәт комплексына - 179 миллион 500 мең һум, ә крәҫтиән хужалыҡтары 84 миллион 700 мең һум. Был аҡса техника һатып алыу, көтөүлектәрҙе тоҡомло мал иҫәбенә байытыу маҡсатында бүленә.
Рәсәй Федерацияһында йән башына төп капиталға һалынған инвестиция күләме (проценттарҙа)
Нижегордка өлкәһе- 97,5, Татарстан - 95,5, Ырымбур өлкәһе - 94,8, Сыуашстан 92,6, Пермь крайы -91,5, Башҡортостан - 91,3, Пенза өлкәһе - 90,5, Ульяновск өлкәһе - 89,3, Киров өлкәһе - 87,4, Удмуртия - 87,2, Марий-Эл - 85,4, Мордовия - 77,9, Һамар өлкәһе - 77,8,Һарытау өлкәһе - 77,3 процент.
Читайте нас