Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы интернатында төрлө саралар йыш уҙғарыла. Күптән түгел унда “Йәш һайлаусы көнө” үтте. 4-се ҡала китапханаһы хеҙмәткәре Гөлсинә Ғәрифуллина һайлау тураһында төрлө мәғлүмәт менән таныштырҙы. Был сараның Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә нисек ойошторолоуы хаҡында сығыш яһаны. Уҡыусылар мөһим сәйәси ваҡиға хаҡында алып барыусының һорауҙарына отҡор яуап биреп, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
Алина Йосопова, 9-сы класс уҡыусыһы.
-Мин һайлауға мотлаҡ барасаҡсын. Үҙ ғүмеремдә бер ҙә һайлауҙан ҡалғаным юҡ. Һайлауҙа ҡатнашыу, минеңсә, һәр кемдең төп гражданлыҡ бурыстарының береһе. Бигерәк тә илебеҙ Президентын һайлағанда һәр кем үҙ тауышын бирергә тейеш. Дәүләтебеҙ киләсәге, граждандарҙың именлеге кемде һайлауыбыҙға туранан-тура бәйле.
Илнара Хәмитова яҙып алды.