«Этно-тур” пороекты - туристар маршруттарына ниндәйҙер бер үҙенсәлекле ҡараш тип әйтһәк тә була, сөнки ул “Арғымаҡ” төркөмөнөң күсмә концерты буласаҡ. Автобус тауыш һәм видео аппаратуралар менән йыһазландырыласаҡ. Башҡортостандың ҡайһы изге урындарында булалар, урынына ҡарап, төрлө видеояҙмалар күрһәтеләсәк. Төрлө тематик көйҙәр көйләнәсәк, риүәйәт, эпостың өҙөктәре уҡыласаҡ, видеояҙмалар күрһәтеләсәк, тере тауыш менән йырҙар башҡарыласаҡ. Сәйәхәтселәр автобуста йоҡлап ҡына бармай, ә башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә башы менән сумасаҡ. Мәҫәлән, Асыллыкүлгә барғанда, «Заятүләк менән Һыуһылыу» ҙы, Урал тауҙары буйлап йөрөгәндә “Урал” көйө, “Урал” батыр эпосының өҙөктәрен ишеттерәсәктәр. “Карауанһарай”ға барғанда Зәки Вәлиди йырын башҡарасаҡтар, шулай уҡ, уның рухи остазы Зәйнулла ишан тураһында мәғлүмәт бирәсәсәктәр. Башҡортостаныбыҙҙың күп өлөшө - матур тәбиғәт күренештәре булһа, ҡалғаны - изге урындар, әүлиәләр ерләнгән ерҙәр. Дөйөм алғанда, башҡорт халҡының изге урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары буйлап сәйәхәт буласаҡ. Төп маҡсат – халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәйешен сәйәхәтселәргә күрһәтеү һәм изге урындарҙы, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған “Алтын мираҫ”ты, аманатты һаҡлау, уларға ҡарата битарафлыҡ тыуҙырмау.