БМО мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға бәйле, һәр халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында, 21 февраль Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителгән. Был дата төрлө илдә төрлөсә билдәләнә. Телде, милләтте, мәҙәниәтте, рухи мираҫты һаҡлауға, үҫтереүгә арналған конференциялар, акциялар ойошторола. Ҡайһы бер илдә ул милли байрам төҫөн алған. Беҙҙең республикала, шул иҫәптән районда ла йыл һайын киң билдәләнә. Мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
- Вилиә Марат ҡыҙы, Халыҡ-ара туған телдәр көнө быйыл нимәһе менән иҫтә ҡаласаҡ?
- Белем биреү учреждениеларында йыл һайын бик күп сара планлаштырыла. Улар һәр мәктәптә ун көнлөктәр, аҙналыҡтар төрөндә үтә. Асыҡ дәрестәр, тематик кисәләр, конкурстар, викториналар уҙғарыла. Ғөмүмән, туған телдәрҙә, бигерәк тә башҡорт телендә, төрлө кимәлдәге саралар йыл әйләнәһенә үтә. Уҡыусылар уларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа атай-әсәйҙәрҙе лә йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Быйылғы уҡыу йылындағы төп сараларҙан шуны билдәләп үтер инем: “Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным!” әҙәби-музыкаль кисәләр, иншалар конкурсы, “Телебеҙҙә - халыҡ күңеле” акцияһы, “Шәжәрә” байрамдары, семинарҙар, шиғыр һөйләүселәр конкурсы, флешмобтар, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы, олимпиадалар. Бынан тыш, март айында “Урал батыр” эпосы буйынса йәш сәсәндәр, “Туҡай моңдары” конкурстары һәм апрель-майҙа “Беҙ - Башҡортостандың киләсәге!” йәштәр форумы, атай-әсәйҙәр өсөн конференция ҡаралған.
- Районда туған телдәрҙе уҡытыуға ҡараш ниндәй һәм ул нисек ойошторолған?
- Район һәм ҡала мәктәптәрендә туған телде өйрәнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында, ике урта дөйөм белем биреү учреждениеһында, туғыҙ филиалда уҡытыу башҡорт телендә алып барыла. Нөгөш урта мәктәбендә башҡорт кластары булдырылған. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған 16 мәктәптә, 7 филиалда туған башҡорт теле өйрәнелә. 4 мәктәптә туған татар теле уҡытыла. Сыуаш теле 7 мәктәптә түңәрәк сиктәрендә өйрәнелә.
- Беҙҙең районда мәктәп уҡыусыларының нисә процентының атай-әсәһе башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе һайланы?
- Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу урыҫ телендә алып барылған һәр мәктәптә ойошторолған. Район-ҡалала бөтәһе 6218 бала, йәғни дөйөм уҡыусылар һанының 88,66 проценты уҡый.
- Туған телгә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү, уны өйрәнеүгә теләк булдырыу уҡытыусынан ғына торамы?
- Һуңғы осорҙа туған телде өйрәнергә теләмәгән бала булһа, бөтә ғәйепте уҡытыусыға ауҙарырға торалар. Бының менән мин риза түгел. Район һәм ҡала мәктәптәрендә тәжрибәле, белемле , юғары квалификациялы, үҙ һөнәрен яратҡан уҡытыусылар эшләй. Республика кимәлендә үткән һәр сарала беҙҙең район һәм ҡала уҡытыусылары юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Һуңғы биш йылда ғына ла “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында бер лауреат, дүрт уҡытыусы төрлө номинацияла еңеүсе булды! Өс уҡытыусыбыҙ Башҡортостан Хөкүмәтенең грантын алды.
Балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләгә ҡайтып ҡала. Ошо тәңгәлдә ғалим, педагог Василий Сухомлинскийҙың һүҙҙәрен миҫалға килтергем килә: «Донъяла тиҫтәләгән, йөҙләгән һөнәр бар. Кемдер тимер юл төҙөй, икеселәре йорт һала, өсөнсөләре икмәк үҫтерә. Шулай ҙа иң универсаль, иң ҡатлаулы, иң маҡтаулы, һәр кем өсөн кәрәкле, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ эш бар - ул да булһа ғаиләлә кеше тәрбиәләү».
Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле бик ҙур, тип әйтмәксемен. Балаларға кесе йәштән тел ҡәҙерен аңлатыу мотлаҡ. Туған телдә бишек йырын ишетеп, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренен, йолаларын белеп үҫкән бала бәхетле. Ә уҡытыусыларға инде туған телгә булған ихтирамды, ғорурлыҡ тойғоһон артабан тәрбиәләү, ныҡлы белем биреү, һәләттәрен үҫтереү, тәртипле, төрлө яҡтан үҫешкән йәмғиәткә файҙалы шәхес тәрбиәләү кеүек маҡсаттар ҡуйылған.
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, телдәрҙе өйрәнеү, күп тел белеү кешегә нимә бирә?
- Телдәрҙе өйрәнеү кешегә ҙур мөмкинлектәр аса. Беренсенән, ул аралашыу даирәһен киңәйтә, белемде арттыра, аң-зиһенде байыта. Күп тел белеү, тимәк, белемгә илткән күп асҡысҡа эйә булыу, донъя мәҙәниәтен, төрлө халыҡтың рухи мираҫын өйрәнеү ул. Телдәр өйрәнеү - ул заман талабы ла. Ә үҙ телеңде белмәйенсә, сит тел өйрәнеү, минеңсә, илһөйәрҙәрсә түгел.