Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Марта 2018, 11:31

Уртаға һалып һөйләшеү һөҙөмтәле

Ҡала халҡы менән дә осрашыуҙар башланды Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов етәкселегендә эш төркөмө “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәте коллективы менән осрашты.

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов етәкселегендә эш төркөмө “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәте коллективы менән осрашты.
Предприятие элек-электән ҡалала әйҙәүсе предприятие булараҡ һәм продукцияһының юғары сифаты менән танылған. Бөгөн дә ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы берҙәм еңеп, киләсәккә яҡты өмөт, изге ниәттәр менән эшләй улар. Быны предприятиеның генераль директоры Лариса Малахова үҙ сығышында аныҡ күрһәткестәр менән дәлилләне. Үткән йыл менән сағыштырғанда етештереү 35 процентҡа артығыраҡ үтәлгән һәм төп продукция юғары биш наградаға лайыҡ булған. Лариса Георгиевна билдәләүенсә, бик теләгәнсә булмаһа ла, эш хаҡы ла 10 процентҡа күтәрелгән, был тарафта тағы ла саралар күреләсәк. Ҙур пландар билдәләнгән һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға тәүге аҙымдар яһалған да инде. Сеймал менән тәьмин итеү зонаһы киңәйтелгән, республиканан тыш күрше өлкәләр менән дә хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Автопарк яңыртылған, шулай уҡ яңы продукция етештереү өсөн заманса ҡорамалдар алына. Яңы составта май һәм балалар өсөн ҡоро ҡатнашма сифаты, файҙаһы, хәүефһеҙлеге яғынан беренсе продукт буласаҡ. Әлбиттә, ғәмәлгә ашырыу һәм табыш алыуға тиклем финанс сығымдар, ҙур тырышлыҡ талап ителә, быға бәйле етәксе аңлағандары һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн коллективҡа сикһеҙ рәхмәт белдерҙе. “Беҙ берҙәм саҡта барыһы ла яҡшы буласаҡ”, - тип дәртләндерҙе ул йыйылыусыларҙы. Етмәһә, балалар өсөн ҡоро ҡатнашма етештереү импортты алмаштырыу программаһына ярашлы башҡарыла, шуға күрә дәүләт ярҙамына ла өмөт ҙур.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үткән йылға йомғаҡ яһап, быйылға билдәләнгән эш планы менән таныштырҙы. Ысынлап та, райондың Башҡортостанда даими алдынғылар иҫәбендә булыуы - ошо ерҙә йәшәгән эшһөйәр халҡының берҙәмлеге, тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе. Ғөмүмән, мәләүездәр алдынғы ҡарашлы, әүҙем булыуы менән билдәле һәм 18 мартта ла һайлау участкаларына дәррәү килеп, һәр кем үҙ яҙмышын үҙе хәл итер, тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Наил улы. Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, аңлатмалар бирҙе. Шулай эш төркөмө белгестәре осрашыуҙа ҡатнашҡандарҙы ҡыҙыһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Тамъян ауылына маршрут автобусы йөрөмәүе халыҡты күптән борсой, был мәсьәлә тағы ла контролгә алынды. Туғайлы биҫтәһендә юлдарға асфальт түшәү планға индерелмәгән, әммә киләһе йылға этаплап тормошҡа ашырыу ҡарала. Район үҙәк дауаханаһында 1301-310 һандары буйынса алдан яҙылырға мөмкин, ауыр кисектергеһеҙ хәлдә терапевт, педиатр көнөндә ҡабул итергә тейеш. Шулай уҡ медицина персоналдары ауырыуҙарға ҡарата сабырыраҡ, яғымлыраҡ булһын, аңлатырға иренмәһендәр ине тигән теләк тә яңраны.
Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек, бына ошондай асыҡ һөйләшеү, проблемаларҙы уртаға һалып хәл итеү юлдарын бергә эҙләү, һис шикһеҙ, һөҙөмтә бирәсәк.
Айзирәк Ишбулатова.
Һүрәттә: Дөйөм осрашыуҙан һуң район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов граждандарҙың шәхси һорауҙарына яуап бирҙе.
Читайте нас