Пони яңы атҡа атланған балалар өсөн махсус тәғәйенләнгән кеүек, уның бейеклеге 150 сантиметрҙан артмай. Йәш һыбайлылар тап ошондай аттарҙа спорт арена манежында тәүге ярышҡа сыға.
Ғинуар аҙағында Мәскәүҙә Олимп спорт үҙәгендә асыҡ бәйге үтте. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 60 һыбайлы ҡатнашты. Шулай уҡ, беҙҙең райондың “Толпар” ат-спорт комплексынан ете бала ярышты: Валерия Романова, Данна Дмитриева, София Кочеткова, Аделина Солтангәрәева, Рамаҙан Шәмсетдинов, Егор Гаевой, Даниил Кузнецов. Унда барғас, бер көн алдан балалар аттар менән танышты.
“Беренсе мотлаҡ программа”ла кесе төркөм араһында Валерия Романова, юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, беренсе урын алды.
Урта төркөмдән Данна Дмитриева икенсе урын яуланы. Дөйөм һөҙөмтә буйынса ла Мәскәү судьялары беҙҙең йәш спортсыларҙы юғары баһаланы.
“Толпар” ат-спорт комплексы хакимиәте, ата-әсәләр тренер Елена Наумкинаны тәрбиәләнеүселәренең уңышлы сығышы менән ҡотлап, рәхмәт белдерҙе.
Гүзәл Байрашева, директор урынбаҫары.
Һүрәттә: “Толпар” ат-спорт комплексының командаһы, София Кочеткова ярыш ваҡытында.