Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы район-ҡаланың гүзәл заттары район Хакимиәтенең, ҡатын-ҡыҙҙар советының һәм төбәктең бөтә ир-егеттәрҙең ҡотлауын ҡабул итте. Ғөмүмән, был матур яҙғы байрамда беҙҙе һөйөклө әсәйҙәребеҙгә, өләсәйҙәребеҙгә, апай-һеңлеләргә булған һөйөү һәм хөрмәт, рухи күтәренкелек берләштерә.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов күңел йылыһы, бөтмә¾ энергия, ихтыяр көсө, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм һөйөү бүләк иткәне, усаҡ йылыһын һаҡлағаны, балалар тәрбиәләгәне өсөн тантанаға килгәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
-Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашаһығыҙ, производствола, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшәһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта уңған хужабикә, һөйөклө әсәй ҙә булып ҡала беләһегеҙ, - тине Рөстәм Наил улы.
Бөгөн Мәләүездә 40 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. 800-ҙән ашыу күп балалы ғаиләлә 2840-ҡа яҡын бала тәрбиәләнә. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, әсәлек, балалыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән маҡсатлы программалар уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Быйылғы Ғаилә йылында был тәңгәлдә тағы ла етди бурыстар билдәләнгән.
Ҡотлау сығышынан һуң район етәксеһе белем биреү, медицина, бизнес, агросәнәғәт даирәһендә алдынғылыҡты бирмәй, үҙенең ижади, намыҫлы хеҙмәте менән уңыштарға өлгәшкән бер төркөм ҡатын-ҡыҙға район Хакимиәте Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Улар араһында шулай уҡ район-ҡаланың иҡтисадын, белем биреү системаһын үҫтереүҙә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән хеҙмәт ветерандары ла бар ине.
Был көндө шулай уҡ ғаилә институтын нығытыуға, йәш быуында әхлаҡ, тәртип ҡағиҙәләрен тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова ойошманың Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Тантаналы йыйылыш район-ҡаланың иң яҡшы үҙешмәкәр артистары ҡатнашлығында байрам концерты тамамланды.
Һүрәттә: Ҡатын-ҡыҙҙар советы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеүсе Лена Иҫәнбаева, Гүзәл Ишкинина Земфира Абдуллина.