1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеү уның яңы рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны барлыҡҡа килеү кәрәклеген билдәләне. 26 йыл элек, 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһында закон ҡабул итте һәм быға ярашлы ул Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелде. Һөҙөмтәлә яңы флаг раҫланды. Һуңыраҡ, 1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны ҡабул ителде.
Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ — азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы, уның аҡ буй уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы символлаштыра.
Ошо республикабыҙ өсөн әһәмиәтле көндә “Яугир” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы егеттәре “Башҡортостан Республикаһының флагы көнөн беләһеңме?” тип аталған акция үткәрҙе. Мәләүез халҡынан флагыбыҙҙың тарихын, уның символик аңлатмаһын белеүе менән ҡыҙыҡһынды.
Һуңғы йылдарҙа Дәүләт флагы республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ һәм ҡәҙимге атрибутҡа әйләнде. Ил байрағы тураһындағы мәғлүмәтте тағы ла байытыу башҡорт халҡының милли бурысы булып тора.
Айнур һәм Юлиә Әбүбәкировтар акцияла әүҙем ҡатнашты.
Рәлиф Умәрғәлин, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы.
Айнур һәм Юлиә Абубакировтар:
25 февраль Башҡортостан Республикаһы флагы көнө икәнлеген белә инек. Беҙҙең өсөн ул ҙур байрам. Иҫләүебеҙсә, ул республикабыҙ үҙаллылыҡ алған саҡта раҫланды.
Рәлиф Умәрғәлин, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы:
Мин Башҡортостан Республикаһының флагы көнө билдәләнгәнен яңыраҡ ҡына белеп ҡалдым һәм уның тарихы менән ҡыҙыҡһына башланым. Дәүләт флагындағы йәшел төҫ — азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты яратыуын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; зәңгәр төҫ — уларҙың уй-ниәттәренең сафлығын белдерә. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында ете таждан торған ҡурай һүрәтләнгән. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билдәһе.