5 мартта ҡала мәҙәниәт һарайында Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе Мәләүез халҡы менән осрашты, башҡа кандидаттарҙың ышаныслылары бындай осрашыу үткәрмәне. “Өфө” халыҡ-ара аэропорты генераль директоры Александр Андреев мәләүездәр менән бергә Рәсәйҙә йәшәү кимәле һәм тормош сифатын баһаланы. Барлыҡ социаль-иҡтисади мәсьәләләргә туҡталды. Шулай уҡ киләсәктә ғәмәлгә ашырырҙай мөмкинлектәр барланды. Урындағы халыҡ дәүләт проекттары әһәмиәтен билдәләп, “ Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына күптән үҙгәртеп ҡороуҙы көткән стадиондың инеүе эште тиҙләтер тигән өмөт белдерҙе.
Александр Вадим улы һәр һорауға аныҡ яуап бирергә тырышты. Йәш әсәйҙәрҙе 3 йәшкә тиклем бала менән ултырғанда пособие күләме ҡыҙыҡһындырҙы. Һәр кем алырлыҡ торлаҡ, капиталь ремонтты финанслау, ауылды үҫтереү, йәштәр мәшғүллеге мәсьәләләре күтәрелде. Халыҡ араһында борсолоу тыуҙырған бензинға хаҡ артыу тураһында ла төрлө фекер яңғыраны. Кандидат ышаныслыһы билдәләнгән проблемалар мотлаҡ кандидаттың йәмәғәт штабына еткереләсәге һәм бер мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалмаясағы тураһында ышандырҙы.