Үҙеңде атай-әсәй, балалар, туғандар һәм әлбиттә, булмышы менән уҡытыусыһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Онотолмаҫ эҙ ҡалдырған ошондай остаз, педагог ине Рәйлә Назар ҡыҙы Тимербулатова. “Ине” тигән һүҙ уның яҡты, оптимистик һынына бер нисек тә бәйләнмәй кеүек. Бер мәлдә, фажиғәле осраҡ уҡытыусыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө...
Күп яҡлы шәхес Рәйлә Назар ҡыҙы төрлө өлкәлә күпкә өлгәшергә өлгөрҙө. Ул Мәләүез районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды. Беҙ, 8-се мәктәп уҡыусылары, уны таланитлы Уҡытыусы тип белдек.
“Биология” предметын күптәр нәҡ Рәйлә Назар ҡыҙы аша яратты. Ул талапсан, аҡыллы, ихтыярлы булды, беҙҙә коллектив рухы, ярҙамсыллыҡ тәрбиәләне. Уҡытыусыбыҙ һәр баланың белемен, кешелек сифаттарын баһаланы, ышанды. Беҙ уны хөрмәләнек, бик яртаттыҡ.
Рәйлә Назар ҡыҙы һәр ваҡыт дөрөҫлөк яҡлы булды, хәҡиҡәткә тап килмәгән мәсьәләлә хеҙмәттәштәре менән дә бәхәсләште. Олимпиадаларға көн һайын тиерлек ныҡышып, еңеүгә ихтыяр көсөнә, ҡыйыулыҡҡа әйҙәп, уҡытыусы, мәктәп, класс намыҫын яҡларға, ауырлыҡҡа ҡарамай, аҙаҡҡа тиклем барырға өндәне. Ошондай уҡ принциптарҙы үҙ өлгөһөндә спортта ла күрһәтте. Ҡаты сирен еңеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Һәр кисәлә ветеранды ихлас ҡаршы алдылар. Быйыл да 3 февралдә Рәйлә Назар ҡыҙы мәктәп уңыштарына ҡыуанды, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе, пландары менән уртаҡлашты...
Бының барыһын да ул үҙе өсөн түгел, ә меңдәрсә мәләүездәр өсөн эшләне. “Хәрәкәттә - бәрәкәт”, “Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух” тигән хәҡиҡәтте иҫкә төшрөҙө, уның һәр көнө минутынаса бүлегән ине. Ул бик күптәргә ярҙам итте. Йәштәргә кеше булырға, ғүмерен оҙайтып, һаулығын тергеҙеү өсөн,
ололарға үҙ көсөнә ышанып, әүҙем йәшәйешкә, рухи эшмәкәрлеккә күсергә ярҙам итте. Уның сәләмәтлекте нығытыу буйынса “өсөнсө быуын” эшенә йәлеп итерҙәр тип ышанғы килә.
Уҡытыусыбыҙҙың исеме тыуған яғыбыҙҙың йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Кеше-легенда, уның тураһында яңы быуын уҡыусыларына һөйләйәсәктәр, ә 8-се мәктәп, музей хеҙмәткәрҙәре, мәғариф системаһы, һис шикһеҙ, иҫ киткес, кеше, үҙенән һуң тикшеренеү эштәре, уникаль фотоһүрәттәр, экспонаттар, иҫәпһеҙ наградалар ҡалдырған педагогтың исемен мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләр,
Мәләүез ере ауыр юғалтыу кисерҙе. Рәйлә Назар ҡыҙы, беҙҙең йөрәктәрҙә ҡалдығыҙ, һеҙ - мәңге хәтерҙә!
8-се мәктәп сығарылыш уҡыусылары исеменән Александр КОРИЦКИЙ.