Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Марта 2018, 11:59

Һайлау-2018

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау – бигерәк тә мөһим сәйәси ваҡиға, илдең киләсәген, тыныслыҡ тәьмин итерҙәй, халыҡ-ара аренала абруйын күтәрерҙәй етәксе кәрәк.

Әнисә Ҡасим ҡыҙы Дәүләтбирҙина:
- Мин “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар эшләйем. Унда барыһы ла - алдынғы ҡарашлы, яуаплы кешеләр, һайлауҙан беребеҙ ҙә ҡалғаныбыҙ юҡ.
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау – бигерәк тә мөһим сәйәси ваҡиға, илдең киләсәген, тыныслыҡ тәьмин итерҙәй, халыҡ-ара аренала абруйын күтәрерҙәй етәксе кәрәк. Шундай ҡатмарлы осорҙа һәр кемдең әйтер һүҙе әһәмиәтле, шуға күрә ситтә ҡалыу мөмкин түгел. Мин үҙем беренселәрҙән булып һайланым. Ололар араһында йәштәрҙең дә байтаҡ булыуына ҡыуандым. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәк тә, йәштәребеҙҙе яманлап булмай. Ирекмәндәрҙең барыһы ла – йәштәр, шундай мөләйем, иғтибарлылар. “Ҡала мөхите” проекты буйынса ҡайҙа тауыш биреүҙәрен һорағас, хатта оҙатып ҡуйҙылар. Әле урамда ла йәштәр күп, төрлө саралар ойошторалар, башҡаларҙы ылыҡтыралар.
Кемдәр әле гражданлыҡ бурысын үтәп өлгөрмәгән, ашығығыҙ, байрам кәйефе алып ҡайтырһығыҙ. Үҙебеҙҙең дә, илдең дә киләсәген хәл иткән ваҡиғанан ситтә ҡалмайыҡ.
Читайте нас