Исемлектә 2018 граждан теркәлгән. Шуларҙың 69-ы төрлө сәбәптәр менән килә алмай, мобиль һайлау участкаһына ғариза яҙғандар, шуға күрәуларҙы өйҙәренә барып һайлаталар. Бөгөн үҙе тере тарих булған, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Смирнов Иван Степановичтың ҡатнашыуы бигерәк тә мәртәбәле. 14 йәш кеше беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша, улар киләсәктә лә битарафлыҡтан азат булырҙар, дөйөм мәнфәғәтте хәстәрләп йәшәрҙәр, тип ышанғы килә.