Яңылыҡтар
18 Март 2018, 10:26

Барыһы ла һайлаусы өсөн

Кемдәр һайлау участкаһына килә алмай, йорттарына барып һайлатыу өсөн мобиль һайлау участкаһы эшләй. Шулай уҡ быйыл алдан күп функциялы үҙәктәргә, территориаль һайлау участкаһына ғариза биргәндәр исемлеккә идерелгән. Өлгөрмәгәндәргә һайлау көнөндә лә көндөҙгө икегә тиклем һайлау участкаһына мөрәжәғәт итеп һайлау мөмкинлеге бирелә. Ситтә ҡалмағыҙ, лайыҡлы кандидатҡа тауышығыҙҙы бирегеҙ!

Мәләүез ҡалаһында һайлау дауам итә. Бөтәһе 58 һайлау участкаһында 61 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Һайлау участкаһының 25-е ҡалала, 33-ө ауылда урынлашҡан. Берҙәм һайлау көнөндә бөтәһе лә ҡанунға ярашлы берҙәй эш башланы, киске 8-гә тиклем улар һайлаусыларҙы көтә. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Тамъян, Ташлыкүл, Рассвет, Айтуған, Бәләкәй Моҡас ауылдарына, Туғайлы, Йәштәр, Ҡояшлы биҫтәләренән һайлау участкаларына барыу өсөн махсус транспорт йөрөй.

2565-се участкала һайлау бюллетендәрен автоматик эшкәртеүсе комплекс (КОИБ) ҡуйылған. Бюллетенде йөҙ яғы менән генә һалырға кәрәк, әгәр дөрөҫ һалмаһаң, ризаһыҙлыҡ белдереп тауыш бирә. Бындай комплекстар тағы ла ҡалала 2568-се, районда Первомай һәм Нөгөш ауылдарында урынлашҡан участкаларҙа эшләй.

Һәр участкала һайлаусыға байрам кәйефе бүләк итерҙәй саралар ойошторолған: урамда дәртле музыка ҡаршы алһа, бина эсендә урындағы һәүәҫкәр артистар һәм уҡыусылар әҙерләгән концерт көтә, шулай уҡ сауҙа нөктәләре байрам өҫтәленә һый тәҡдим итә, ә инде һайлауға беренсе килгәндәр һәм тәүгә һайлағандар өсөн айырым бүләк әҙерләнгән. Ғаилә йылында һайлауға барыһы бергә килгән ғаиләгә һәм иң оло һайлаусыларға айырым иғтибар бирелә.

Кемдәр һайлау участкаһына килә алмай, йорттарына барып һайлатыу өсөн мобиль һайлау участкаһы эшләй. Шулай уҡ быйыл алдан күп функциялы үҙәктәргә, территориаль һайлау участкаһына ғариза биргәндәр исемлеккә идерелгән. Өлгөрмәгәндәргә һайлау көнөндә лә көндөҙгө икегә тиклем һайлау участкаһына мөрәжәғәт итеп һайлау мөмкинлеге бирелә.

Ситтә ҡалмағыҙ, лайыҡлы кандидатҡа тауышығыҙҙы бирегеҙ!
Читайте нас