Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортона килеүселәрҙе (2570-се һайлау участкаһы) күңелле музыка үҙенә әйҙәне. Халыҡтың күпселеген йәштәр тәшкил итә, шунлыҡтан мәҙәниәт йорто алдында хәрәкәт уйындары менән мәшғүл балаларҙы осратыу ғәҙәти күренеш тип ҡабул иттек.
Игеҙәктәр Валентина һәм Анна Комаровалар беренсе тапҡыр ғына ҡатнаша бындай сарала. Йәш граждандарға иҫтәлеккә бүләк тапшырылды.
Исемлектәге 1192 һайлаусы араһында Владимир Владимирович та бар. Рәсәй Президентына аҙаш ҡына ул, фамилияһы Костоусов.