Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Марта 2018, 08:55

Ҡушыл беҙҙең сафҡа

Рәсәй Президентын һайлауға мәләүездәр бик етди ҡарай, күрәһең, 2566-сы һайлау участкаһы ишектәрен асҡансы уҡ, утыҙлаған кеше йыйылғайны. Төркөмдәргә бүленеп, фекер алышыу майҙаны ла асып ебәргәндәр. Ғәҙәттәгесә, оло быуын вәкилдәре күберәк, унда бәхәс тә ҡыҙыуыраҡ. Һәр кем үҙ фекерен әйтеп ҡалырға тырыша, әйтерһең дә, хәҙер ишек асылып китер ҙә төҙәлмәҫлек хата яһалыр, тип ҡурҡа һәр береһе.

Рәсәй Президентын һайлауға мәләүездәр бик етди ҡарай, күрәһең, 2566-сы һайлау участкаһы ишектәрен асҡансы уҡ, утыҙлаған кеше йыйылғайны. Төркөмдәргә бүленеп, фекер алышыу майҙаны ла асып ебәргәндәр. Ғәҙәттәгесә, оло быуын вәкилдәре күберәк, унда бәхәс тә ҡыҙыуыраҡ. Һәр кем үҙ фекерен әйтеп ҡалырға тырыша, әйтерһең дә, хәҙер ишек асылып китер ҙә төҙәлмәҫлек хата яһалыр, тип ҡурҡа һәр береһе. Эшкә ашығыусылар ҙа байтаҡ. Ә ситтә генә торған Ярослав Матвеев беренсегә үҙ хоҡуғы менән файҙалана, ул тулҡынлана, әммә кемгә тауыш бирергә аныҡ хәл иткән. Тормош күп яҡлы, ҡыҙыҡлы, теләк кенә булһын, бөтәһенә лә өлгәшергә була тигән фекер менән һайлап сыҡҡас, тәүге тапҡыр һайлаусыға бүләк тә тапшырылды. Шулай уҡ тәүгеләрҙән булып сират тороп һайлаусылар иртәнге сәйгә торт алып ҡыуанды.
Комиссия рәйесе Вера Петрова етәкселегендә комиссия бөтә процедураны ла теүәл күҙәтә. Уның билдәләүенсә, халыҡ дәррәү килә. Алдан теркәлгән “КПРФ”, “Берҙәм Рәсәй” партияларынан күҙәтеселәр ҙә комиссия менән бергә эш башлаған, дүртәүҙең береһе тауыш биреү хоҡуғына эйә. Бөгөн 13 балиғ булған йәш кеше тәүге тапҡыр һайлай.
Ирекмәндәр бик әүҙем эшләй, йылмайып ҡаршы алып, юл күрһәтә. Алған тәьҫораттарыма бирелеп сығып китеп барһам, итәғәтле генә итеп залдың икенсе мөйөшөндә “Ҡала мөхите” проекты буйынса төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәһен билдәләүгә һайлау үткәрелеүен иҫкә төшөрҙөләр, рәхмәт төшкөрҙәре. Ә минең бит үҙ теләгем бар, уны алдан уйлап килгәйнем дә баһа. Тауыш биреүҙә өс йәмәғәт объекты –“Дан” мәҙәниәт һәм ял паркы, Спорт һарайы районында Мәләүез йылғаһы яры, “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы биләмәһендәге сквер – ҡатнаша. Күрәм, бында ла халыҡ әүҙем, тимәк, битарафтарға ҡарағанда илем, ерем тип янып йәшәгәндәр күберәк.
Әйҙә, һин дә йоҡлап ятма, баҫ беҙҙең сафҡа – киләсәгебеҙ өсөн тауыш бирәйек, төҙөк, матур ерҙә тыныс йәшәйек!
Айзирәк ИШБУЛАТОВА.
Читайте нас