Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Марта 2018, 08:53

Атлы халыҡ – затлы халыҡ

Тамашасыларҙы 19 март “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, халыҡ-ара, республика йыр бәйгеләре лауреаттары Ғаяз Ғәйетбаев, Зәлиә Нурлы, Айгөл Әсәҙуллина, виртуоз баянсы Дим Шәрәфиев ҡатнашлығында сағыу тамаша көтә. Филармонияның уңыштары тураһында берекмәнең әҙәбиәт һәм драматургия бүлеге етәксеһе Мотал Рәмов менән әңгәмәбеҙ.

- Мотал Миңлеғәли улы, һеҙ йыл һайын тамашасыны үҙенсәлекле яңы концерт программаһы менән һөйөндөрәһегеҙ. Быныһын “Атлы халыҡ – затлы халыҡ!” тип атауығыҙҙың сере нимәлә?
- “Йылҡы – малдың батшаһы”, – тиҙәр халыҡта. Ысынлап та, йылҡы малы халҡыбыҙға бар яҡлап та файҙа килтергән, уның дуҫы ла, яуҙашы ла, моңдашы ла, юлдашы ла булған хайуан. Ә башҡорт халҡын аттан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын...
Дөрөҫ, заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, бөгөн йылҡы икенсе планға күсә барған кеүек. Илебеҙҙә заманса технологиялар үҫешә, йәшәйешебеҙ көндән-көн камилыраҡ, уңайлыраҡ була бара. Егеүле транспортты ла онота баралар хәҙер. Шулай ҙа йылҡы малы үҙенең баһаһын икенсе юҫыҡта күтәрә – ауыл һайын тиерлек ҡымыҙ, ҡаҙы, башҡа ризыҡтар етештереүселәр һаны йылдан-йыл ишәйә, киңерәк ҡолас ала. Дала-тауҙарҙа йөрөгән йылҡы өйөрҙәре - бөгөн ғәҙәти күренеш.
Сибай филармонияһының “Атлы халыҡ – затлы халыҡ!” тип исемләнгән концерт программаһы халҡыбыҙҙың ошо айырылмаҫ юлдашына дан йырлай, әлмисаҡтан килгән тарихыбыҙға байҡау яһай.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас