Рәсәй халҡы 18 март ил киләсәге, уның тотороҡло үҫеше, хәүефһеҙлеген тәьмин итерҙәй кандидат өсөн тауыш бирҙе.
Дәүләт башлығы вазифаһына 8 кандидат Бабурин Сергей Николаевич (“Рәсәй дөйөм халыҡ союзы”), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна (“Гражданлыҡ инициативаһы”), Сурайкин Максим Александрович (“Рәсәй коммунистары”), Титов Борис Юрьевич (“Үҫеш партияһы”), Явлинский Григорий Алексеевич (“Яблоко”) дәғүә итте.
Башҡортостанда протоколдарҙың 99,9 процентын эшкәртеү йомғаҡтары буйынса ғәмәлдәге дәүләт башлығы Владимир Путин һайлаусыларҙың 77,65 процент тауышын алған. Республикала һайлаусыларҙың 75,4 проценты тауыш биргән. Һайлауҙы ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Павел Грудинин - 12,09 процент, Жириновский - 5,02 процент, Ксения Собчак 1,26 процент тауыш йыйған.
Ҡалған кандидаттар һайлаусыларҙан 1 процентан кәм тауыш алған.
Республикала һайлаусылар исемлегенә 3 023 200 кеше индерелде. Һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләне. 3398 стационар һайлау участкаһы һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа ойошторолған 38 участка (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) эшләне.
Район-ҡала биләмәһендә урынлашҡан 58 һайлау участкаһында Рәсәй Президентын һайлауға алдан етди әҙерлек эштәре алып барылды. Ҡаланың - 25, ауылдағы 33 һайлау участкаһы иртәнге 8-ҙә эш башланы. Төрлө партия вәкилдәре, медицина белгестәре һәм һаҡлыҡ органдары вәкилдәре дежур итте. Сауҙа нөктәләре, балалар өсөн уйындар, концерт номерҙары тәҡдим ителде.
Мәләүездәрҙең кандидаттар тураһында тулы мәғлүмәтле булыуы шатландырҙы. Ҡала һайлаусылары ошо уҡ көндө “Заманса ҡала мөхите” проекты буйынса ла тауыш бирҙе, унда 14 йәше тулған граждандар ҡатнашты. Исемлектә “Дан” мәҙәниәт һәм ял паркы, Спорт һарайы районында Мәләүез йылғаһы яры, “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы биләмәһендәге сквер. Иң күп тауыш йыйған йәмәғәт биләмәһен һайлау йомғағы оҙаҡламай иғлан ителәсәк.
Териториаль һайлау участкаһы мәғлмәтенә ярашлы, мәләүездәрҙең 0,89 проценты - Бабурин Сергей Николаевичҡа, 9,64 проценты Грудинин Павел Николаевичҡа , 5,01 проценты - Жириновский Владимир Вольфовичҡа, 80,37 проценты - Путин Владимир Владимировичҡа, 1,02 проценты Собчак Ксения Анатольевнаға, 1,02 проценты - Сурайкин Максим Александровичҡа, 0,62 проценты - Титов Борис Юрьевичҡа, 0,74 проценты - Явлинский Григорий Алексеевичҡа тауыш биргән.
Район- ҡала халҡының 51мең 359 һайлаусыһы (81,84 процент) гражданлыҡ бурысын үтәгән.