Рәсәй Федерацияһы Президентының «Дәүләт идара итеү системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре тураһында» Указына ярашлы, 2018 йылға Башҡортостан халыҡтың 60 процентҡа яҡынын электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыуға йәлеп итеү маҡсаты ҡуйғайны. Республиканың мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Росстат үткәргән анализ йомғаҡтарына ярашлы, 2017 йылдың аҙағына күрһәткес 78% тәшкил иткән. Был төбәккә дөйөм Рәсәй рейтингыһында - алтынсы һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында ҡалырға мөмкинлек бирҙе. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда Башҡортостанда халыҡтың 61,2 проценты электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланған. Ул саҡта республика Волга буйы федераль округында - өсөнсө һәм илдә ун беренсе урында ине.